УГЛЕПЛАСТИКТАР, углепластар, углеродопластар, нығыта торған тулыландырғыс сифатында углеродлы сүстәр тотҡан композицион материалдар. Бәйләүестең (матрица) төрө б‑са полимерлы, коксланған һәм пироуглеродлы У. айырыла. У. өсөн түбән кимәлдә тығыҙлыҡ, т‑ранан һыҙыҡлы киңәйеүсәнлек коэф. һәм ышҡылыу коэф., юғары йылылыҡ һәм электр үткәреүсәнлектәре, ашалыуға, вибрацияға сыҙамлы булыу, ҡайталыусанлыҡ модуле (150 Гпа ашыу), статик һәм динамик сыҙамлылыҡ (металдарҙан, быяла пластиктарҙан һ.б. ҡатламлы пластиктарҙан өҫтөн), термик, химик һәм радиацион йоғонтоларға сыҙамлы булыуы хас. Сүстәре билдәле йүнәлештә урынлашҡан (бер йүнәлешле, арҡыры-буй йүнәлешле йәки арауыҡлы арматураланған) У. юғары анизотропияға эйә. Полимер У. эшләнгән изделиеларҙы тулыландырғысҡа бәйләүестең иретмәһен йәки спирттағы, углеводородтарҙағы һ.б. эретмәһен һеңдереп, полуфабрикатты бер аҙ киптереп, урап йәки уны гидравлик престарҙа, автоклавтарҙа йәки пресс‑камераларҙа преслап, коксланған У. – синтетик полимерҙарҙың пиролизы м‑н; пироуглеродлы У. – метандың тулыландырғыста углеродтың ултырыуы м‑н барған пиролиз юлы м‑н алалар. У. машиналар эшләүҙә (авиация, автомобиль, караптар төҙөүҙө һ.б.), медицина сәнәғәтендә (протездар яһау) һ.б. йылылыҡ һаҡлаған һәм конструкция материалдары сифатында ҡулланыла. Башҡортостанда У. 20 б. 80‑се йй. башлап Күмертау авиация производство предприятиеһында вертолёттарҙың тарта торған винт көрәксәләрен, кабина каркасын, яғыулыҡ бактарын яһау өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ ҡара: Арматураланған пластиктар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов