ТУВА ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Туваларҙың милли теле, Тыва Респ. дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Красноярск крайында, Монголияла, Ҡытайҙа таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 200 меңдән ашыу кеше (2002). Тофа теленә яҡын. Боронғо уйғыр һәм уғыҙ ҡәбиләләре телдәренә барып тоташа. Әҙәби Т.т. 20 б. башында үҙәк диалект һәм фольклор теле нигеҙендә формалашҡан. 4 диалекты бар: үҙәк, көнбайыш, көньяҡ‑көнсығыш, төньяҡ‑көнсығыш; күсеүле һөйләштәре — каа‑хем, терехоль. Фонетикаһына ҡыҫҡа, оҙон һәм фарингаль һуҙынҡыларҙың ҡаршы ҡуйылыуы — “ат” (исем) — “аат” (бәүетеү) — “аът” (ат); прогрессив консонант ассимиляция — һаңғыраулашҡан тартынҡыларҙың һаңғыраулашҡан, яңғыраулашҡан һәм талғын тартынҡыларҙың яңғыраулашҡан һәм талғын тартынҡылар м‑н тура килеүе — “даштар” (таштар), “дагда” (тауҙа); һүҙ башында дөйөм төрки [й] урынына [ч] ҡулланыу хас, мәҫ., туваса “чол” (юл) — дөйөм төрки телендә “йол”, “чыл” — “йыл”. Исем һәм рәүештәрҙең юҡлыҡ формаһы “эвес” (түгел) киҫәксәһе һәм “чок” (юҡ) һүҙе м‑н бирелә, сағ.: туваса “аң эвес” — башҡортса “хайуан түгел”, “орай эвес” — “һуң түгел”, “хар чок кыш” — “ҡарһыҙ ҡыш” һ.б. Һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; монгол телдәренән, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксисы иҫке типтағы исем хәбәрҙең булыуы м‑н характерлана: “мен билир кижи мен” (мин беләм). Яҙмаһы 1930 й. алып латиница, 1941 й. башлап кириллица нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. тува алфавиты 36 хәрефтән тора.

Ғ.Д.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов