ТРУШИН Владимир Алексеевич (8.10.1936, Һарытау өлк. Борисоглебовка а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1987). БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1965 й. тиклем 100‑сө почта йәшниге инженер‑конструкторы (Өфө). 1968 й. алып ӨДАТУ‑ла (1985—87 йй. квалификация күтәреү ф-ты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге авиация турбиналары көрәксәләрен һыуытыу, стационар булмаған йылы алмашыу, турбиналы һыуытыу техникаһы һ.б. өлкәһендә тикшеренеүҙәргә арналған. Т. тарафынан плёнка һәм һауа ярҙамында йылы һаҡлау өйрәнелгән, үтә күренмәле моделдәрҙе файҙаланып турбиналарҙың көрәксәләрен һыуытыу схемалары уйлап табылған, компланар каналлы йылы алмаштырғыстарҙың габариттарын проект б‑са иҫәпләү ысулы, турбиналарҙың ҡыҙҙырыу торбалары һәм көрәксәләре өсөн күп ҡатлы һәм компонентлы йылы һаҡлағыс ҡаплауҙарҙың йылы үткәреүсәнлеген хисаплау ысулдары эшләнгән. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М., 2000 (авторҙ.).

Ф.Ғ.Бәкеров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.