ТРОЛЛЕЙБУС (ингл. trolleybus), ҡала транспорты төрө; вагон тибындағы кузовлы, пневмотәгәрмәсле һәм приводы токты ике сымлы контакт линияһынан алған электр двигателе булған транспорт сараһы. Ике күсәрле һәм күп күсәрле Т. айырыла. Башҡортостан троллейбус заводы тарафынан 1998 й. тәүге Т. сығарыла, 2000 й. башлап ныҡлығы арттырылған рамы, өс ишекле кузовы, салон быялалары ҡарайтылған, ток юғалыуы т‑да борт сигнализаторҙары һәм телдән мәғлүмәт биргестәр м‑н йыһазландырылған БТЗ маркалы 114 кеше һыйҙырышлы (ултырыу өсөн 23 урын) Т. (52763, 52764, 52765 моделдәре һәм уларҙың модификациялары) етештерелә. БТЗ‑52764 база моделе яҡшыртылған тышҡы дизайны, бөтә уңайлыҡтары булған салоны, двигателе һәм контактор панелдәренең урта өлөштә урынлашыуы м‑н айырыла. БТЗ‑52764А модификацияһы асинхрон двигателле, БТЗ‑52764Р һәм БТЗ‑52764Т — тартыу двигателе ярашлы рәүештә реостат‑контакторлы һәм транзисторлы системалар м-н идара ителә. 2007 й. завод тарафынан контакт селтәрендә ток булмаған осраҡта хәрәкәт итә алған дизель-генераторлы тәжрибә моделе (дуобус); 2009 й. — Нефтекама автозаводының автобусы базаһында БТЗ‑52765 моделе сығарыла. Т. өсөн йөрөтә торған мостарҙы “Витязь” ЯСЙ, электрон идара итеү системаларын — Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе етештерә. Энергия һаҡлаусы приводлы Т. уйлап сығарған һәм уларҙы етештереүҙе үҙләштергән өсөн В.Ф.Барсуков, Э.Р.Ғәббәсов, С.Г.Костенко, М.Ә.Хөсәйенов, Ф.М.Хәкимов БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лайыҡ була (2005).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018