ТРИТИКАЛЕ (Triticale), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты; бойҙай м‑н арыш гибриды. Ҡырағай рәүештә осрамай. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — 3—6 быуын араһы булған цилиндр формаһындағы һалам, бейеклеге 80—180 см. Япрағы сиратлы, ултырма. Сәскәлеге — ҡатмарлы башаҡ. Емеше — яланғас бөртөксә, июль аҙ. — авг. башында өлгөрә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 30—70 г. Орлоғоноң составына аҡһым (12—19%), елемсә (24—35%), аминокислоталар, микроэлементтар һ.б. инә. Үҙ аллы һеркәләнә. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, юғары продуктлы үҫемлек; тут, ҡаты һәм саң тороно м‑н зарарланмай. Үҫтереү өсөн кәҫле көлһыу тупраҡ, һоро урман тупрағы, ҡара тупраҡ яраҡлы. Вегетация осоро 315—340 көн. Төп элгәрҙәре: ҡуҙаҡлы иген культуралары, пар баҫыуҙары. Рәт ысулы м‑н сәсәләр, орлоҡто сәсеү нормаһы 1 га 4—5 млн дана, сәсеү тәрәнлеге — 4—6 см. Иң юғары уңдырышлылығы (ц/га): Башкирская 1 сорты игене — 50, йәшел масса — 504 (1990), Башкирская короткостебельная сорты игене — 75,2 (2002; икеһе лә — Шишмә тәжрибә-производство хужалығы). Ашарға яраҡлы, мал аҙығы культураһы. Т. игене он итеп эшкәртелә, ҡатнаш мал аҙығы әҙерләү, крахмал, спирт һ.б. алыу өсөн ҡулланыла. Ононан икмәк‑булка, кондитер изделиелары әҙерләнә. Көрпәһе һәм тартылған ононоң башҡа ҡалдыҡтары — концентрат мал аҙығы. Йәшел массаһы йәшел мал аҙығы итеп, сенажға һ.б. файҙаланыла. Т. агротехникаһы, селекцияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1962 й. алып Ауыл хужалығы институтында үткәрелә (С.А.Ҡунаҡбаев, Н.И.Лещенко, Ә.Х.Шакирйәнов һ.б.). Башлыса көньяҡ урман-дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында үҫтерелә. БР б‑са ҡулланылышҡа респ. селекционерҙары тарафынан сығарылған Башкирская 1, Башкирская короткостебельная һ.б. сорттары индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Иген культуралары.

Н.И.Лещенко

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018