ТРИБОЛОГИЯ (гр. tríbos — ышҡылыу һәм ...логия), бер-береһенә тейеп деформацияланған есемдәрҙең ышҡылыу, туҙыу һәм уларҙы майлау процестарын өйрәнгән фән. Машиналарҙың яуаплы деталдәренең, металл ҡырҡҡыс инструменттарҙың, штамплау йыһаздарының, һуҙыу стандарының ашалыуға сыҙамлы булыуын арттырыу алымдарын, майлау материалдарын табыуҙы һ.б. өйрәнә. Башҡортостанда Т. 20 б. 70‑се йй. башлап үҫешә. Авиация техник университетында һуҙыу процестары өсөн эффектлы майлау композицияһы уйлап сығарылған (И.А. Хризман); ныҡ йөкләндерелгән һәм юғары т‑раларҙағы трибобәйләнештәрҙең характеристикалары б‑са мәғлүмәт базаһы төҙөлгән (Л.Ш.Шустер); юғары т‑раларҙағы йөрөшлө бәйләнештәрҙә ҡаты хәлдәге майлау ҡаплауҙарын ҡулланыу (Н.К.Криони), майлау материалдарының химмотологияһы һәм Т. өйрәнелгән (Р.Ғ. Ниғмәтуллин); ашалыуға сыҙамлы ҡаплауҙар алырға мөмкинлек биргән ионлы имплантация ысулы (А.М.Смыслов), бер‑береһенә тейеп торған йөҙҙәргә даими микрорельеф йүгертеү юлы м‑н ашалыуҙы кәметеү (Г.Г. Лебединский), металл эсәктәрҙең үрелмә эсендә ышҡылыуын оптималләштереү иҫәбенә эшләү һәләтен арттырыу (В.Ҡ.Итбаев) алымдары, металл эшкәртеүҙә файҙаланылған майҙарҙың эффектив композициялары уйлап сығарылған (В.Ю.Шолом); авиация двигателдәренең эшләү ышаныслылығын уларҙың деталдәренең ашалыуға сыҙамлы булыуын иҫәпкә алып хисаплау үткәрелгән (Ә.С.Ғишваров). 90‑сы йй. уртаһында Металдарҙың үтә һығылмалылығы ин‑тында Н.П.Барыкин етәкс. яңы технологик майлау һәм антифрикция материалдары, ӨДНТУ‑ла Г.В.Конесев етәкс. — триботехник үҙсәнлектәре юғары булған быраулау эретмәләре табылған. Респ. минераль майҙар, пластик майҙар, майҙарға присадкалар, бырауҙарҙың ашалыуын кәметкән химик реагенттар, быраулау эретмәләренә майлағыс өҫтәмәләр етештереү үҙләштерелгән.

Н.К.Криони

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.