БАБАЛЯН Григорий Аветисович (2.3.1913, Баҡы ҡ. — 13.6.1988, Өфө), инженер-нефтсе. Техник ф. д‑ры (1958), проф. (1961). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1975), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). Әзербайжан индустриаль ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1938). 1940—56 йй. Баҡыла эшләй: “Лениннефть” тресының, 1941 й. алып Азнефтекомб‑ттың өлкән инженеры, 1944 й. — Әзербайжан нефть сығарыу ҒТИ‑ның лаб. мөдире, бүлек мөдире. 1957 й. башлап Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тының дир. урынбаҫары, 1964 й. — дир., 1980 й. — Куйбышев политехник ин‑тында, 1985 й. алып Ташкент ун‑тында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙе ҡулланыу проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1971). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Применение поверхностно-активных веществ с целью увеличения нефтеотдачи. М., 1970; Физико-химические процессы в добыче нефти. М., 1974; Применение карбонизированной воды для увеличения нефтеотдачи. М., 1976.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика