ТӨРКИ, 11—19 бб. әҙәби төрки телдәрҙең дөйөм атамаһы. Термин теркәлгән иң тәүге сығанаҡ — Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт‑төрк” хеҙмәте. Тәүҙә урта төрки дәүер телдәрен (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) аңлатыу өсөн ҡулланыла. Һуңынан билдәле бер төбәккә ҡарағанлығынан сығып урта азия Т., урал‑волга буйы Т. (ҡара: Урал‑Волга буйы төрки теле), арал‑каспий Т., кавказ Т., кесе азия Т. һ.б. айырыла.

И.Ғ.Ғәләүетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018