ТӨР, ҡылымдың ваҡыт арауығында хәрәкәттең үтеү һәм бүленеү характерын күрһәткән грамматик категорияһы. Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, башҡорт телендәге ҡылым нигеҙе грамматик категория статусы булмаған Т. бирелешенә индифферентлы. Т. мәғәнәләре аспектуаллектең функциональ-семантик ерлеге сиктәрендә ҡарала; уларҙы белдереүсе саралар булып аффикстар, ярҙамсы ҡылымдар, ҡылым формаларын ҡабатлау, ҡайһы бер ваҡыт формалары (ҡара: Ҡылым замандары) һ.б. тора. Т. мәғәнәләре айырып күрһәтелә: ‑ғыла аффиксы һәм уның фонетик варианттары м‑н бирелгән тамамланмаған йәки ҡабатланған хәрәкәт йәки хәл (ҡара: Морфемика) — “килгелә‑”, йәки күптән үткән заман формаһы м‑н бирелгән хәрәкәт йәки хәл; ‑ыштыр аффиксы ярҙамында өҙөлөп ҡабатланған хәрәкәт йәки хәл — “һораштыр‑”; ‑ыңҡыра аффиксы м‑н хәрәкәттең йәки хәлдең интенсивлығын арттырыу йәки кәметеү — “күтәреңкерә‑”, йәки “төш‑”, “бир‑” ярҙамсы ҡылымдары м‑н — “яҡшыра төш‑”; ‑(ы)мһыра аффиксы ярҙамында хәрәкәттең йәки хәлдең интенсивлығы — “көлөмһөрә‑”; “башла‑”, “ебәр‑”, “кит‑”, “тотон‑” ярҙамсы ҡылымдары м‑н хәрәкәттең йәки хәлдең башланыуы — “илап ебәр‑”; “ал‑”, “бөт‑”, “ет‑”, “кит‑”, “сыҡ‑”, “уҙ‑”, “бир‑” ярҙамсы ҡылымдары м‑н — “һөйләп бир‑” йәки билдәле һәм билдәһеҙ үткән заман формалары м‑н хәрәкәттең тамамланыуы, һөҙөмтәлелеге; “йөрө‑”, “тор‑”, “ултыр‑”, “ят‑”, “бар‑”, бир‑”, “кил‑” ярҙамсы ҡылымдары м‑н процестың үтеүе, хәрәкәттең йәки хәлдең оҙайлы булыуы — “ҡайғырып ултыр‑”; “ал‑”, “ҡал‑”, “ҡуй‑”, “ташла‑”, “тор‑”, “һал‑”, “яҙ‑” ярҙамсы ҡылымдары м‑н хәрәкәттең ҡыҫҡа ваҡытлы булыуы — “тегә һал‑”; “тор‑” ярҙамсы ҡылымы м‑н хәрәкәт башланыр алдынан булған ситуация — “керергә тор‑” һ.б.

Әҙәб.: З ә й н у л л и н М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. Өфө, 2002.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов