ТӨҘӨЛӨШМОНТАЖ ЭШТӘРЕ, биналар һәм ҡоролмаларҙы төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау ваҡытындағы производство процестары комплексы. Дөйөм төҙөлөш эштәре: ер (башланғыс цикл конструкциялары һәм инженер коммуникациялары өсөн ер эшкәртеү), бетон (монолит бетон һәм тимер‑бетон конструкциялар төҙөү), свай ҡағыу (төҙөлөш конструкцияларының элементтарын ергә ҡағыу) эштәре, терәк һәм һаҡлаусы конструкцияларҙы (ҡара: Төҙөлөш конструкциялары) монтажлау, түбә ябыу эштәре (япманы дымдан изоляциялау, тигеҙләүсе тартҡыстар ҡороу, түбә япмаһын йылытыу) һ.б.; махсус эштәр: санитар‑техник (һыу менән тәьмин итеү, канализация, йылытыу системаларын ҡороу һ.б.), электромонтаж (электр селтәрҙәрен һәм ҡорамалдарын монтажлау) эштәре, технологик ҡорамалдарҙы, контроль‑үлсәү приборҙарын монтажлау һ.б. Т.‑м.э. айырыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. Өфө сәнәғәт төҙөлөшө ҒТИ‑нда (ҡара: Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институты) ер ҡаҙыу машиналары, “Витязь”, “Кран‑Сервис” һ.б. пр‑тиеларҙа төҙөлөш машиналары уйлап табыла һәм производствоға индерелә. 60‑сы йй. “Востокнефтезаводмонтаж” тресы ҡорос резервуарҙар яһағанда рулонлы ысул ҡуллана, 70‑се йй. НЭЗ ҡулайламаларында ауырлығы 500 т ашыу булған технологик ҡорамалдарҙы, торбалы йылытҡыстарҙы, Трест 21, “Салаватстрой” ААЙ — сәнәғәт биналары каркастарының тимер-бетон элементтарын, “Эре панелле йорттар төҙөү” пр-тиеһы транспорт сараларынан алынған төҙөлөш конструкцияларын монтажлай һ.б. Өфө сәнәғәт төҙөлөшө ҒТИ‑нда 70— 80‑се йй. свай эштәрен ойоштороу һәм механизациялау өлкәһендә проект-технологик һәм фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла, типлы технологик карталар эшләнә һәм индерелә (Б.М.Магид, И.В.Федорцев); Өфөлә свай ҡағыу техникаһын (С‑878М, СП‑49К, СА‑8, КО‑16) индереү б-са алдынғы тәжрибә мәктәптәре асыла; ин‑т тәҡдиме б-са (Г.Н.Гельфман, А.Ф.Полак) төҙөлөш идаралыҡтарында түбә ябыу эштәрен башҡарыу өсөн махсус механизация участкалары ойошторола. 2003—05 йй. ӨДНТУ м‑н берлектә йылы үткәрмәүсе алынмай торған ҡалыптар файҙаланып өс ҡатлы монолит стеналар (В.В.Бабков, Федорцев), торлаҡ һәм граждан биналарының йылы үткәрмәүсе күп ҡатлы стеналарын (Бабков, Г.С.Колесник, Федорцев) ҡороу, монолит бетон эштәрен башҡарыу технологиялары уйлап табыла (“Өфө‑Арена” һәм “Конгресс-холл” объекттарын төҙөгәндә ҡулланыла); 2005—08 йй. Т.‑м.э. башҡарыу шарттары ауыр булғанда сәнәғәт пр‑тиеларын реконструкциялау технологияһы эшләнә (Е.А.Солтанова, Федорцев). Т.‑м.э. шулай уҡ “Башпромсервис”, “Железобетон”, “Нефтехимремстрой” һ.б. пр‑тиелар башҡара.

И.В.Федорцев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов