ТӨҘӨЛӨШ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ ТЕХНОЛОГИЯҺЫ, машиналар, механизмдар, яйланмалар, материалдар һәм изделиелар ҡулланып төҙөлөш продукцияһын (биналар һәм ҡоролмалар) булдырыу өсөн эш башҡарыу алымдары һәм ысулдары йыйылмаһы; был алымдарҙы һәм ысулдарҙы уйлап табыу һәм камиллаштырыу б‑са фән. Төҙөлөш объекттарының ойоштороу һәм Т.п.т. мәсьәләләре ингән проекттары ресурстарҙы һаҡлаусы технологияларҙың нормативтарына һәм талаптарына тап килергә тейеш. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. башлап Т.п.т. һөҙөмтәлелеген арттырыу ш. иҫ. фундаменттарҙы камиллаштырыу, яңы тимер‑бетон конструкцияларҙы уйлап табыу һәм әҙерләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла; 80‑се йй. башлап геотехника ысулдары файҙаланыла. 80‑се йй. Сәнәғәт төҙөлөшө ғилми‑тикшеренеү һәм конструкторлыҡ ин‑тында (ҡара: Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институты) свайҙар һуғып индереүҙең башланғыс цикл конструкцияһын төҙөү ҡиммәтен төшөрөргә мөмкинлек биргән технологияһы эшләнә; технологик параметрҙарҙы баһалау өсөн ер тоҡомдарын зонд менән тикшереүҙең статик ысулы ҡулланыла. ӨДНТУ‑ла һаҡлаусы конструкцияларҙы йөҙләү (йөҙләү кирбесе), йылылыҡ үткәрмәүсе (пенополистирол) һәм терәк (кирбес йәки “Бессер” бетон блогы) ҡатламдарҙан (уларҙың ҡатылығын каркас һәм һәр ҡат кимәлендә ҡуйылған монолит тимер-бетон балдаҡтар тәьмин итә) һалыу технологияһы уйлап табыла; “Жилстройреконструкция” ЯАЙ м‑н берлектә йылылыҡ һәм тауыш үткәрмәүсе ҡаты быяла пластик бүлкәләре булған пенополистирол плиталарҙан яһалған алынмай торған ҡалыптарҙы файҙаланып торлаҡ биналарҙың монолит каркаслы конструкцияларын төҙөү технологияһы эшләнә (планда төрлө архитектура конфигурациялы аҙ һәм уртаса ҡатлы биналар өсөн ҡулланыла). Ҡыш бетонлау технологиялары (“термос”, “эҫе термос”) үҙләштерелә. Шулай уҡ ҡара: Төҙөлөш‑монтаж эштәре.

И.В.Федорцев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.