БАБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Камай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 16 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 135 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1090 кеше; 1920 — 1462; 1939 — 909; 1959 — 743; 1989 — 326; 2002 — 283; 2010 — 190 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1719 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 110 йортта 682 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, тирмән, 3 бакалея кибете теркәлгән. Б. янында үҫкән оҫҡон йыуаһы популяцияһы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ә.В.Вәлиханов, Ғ.С.Әмиров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика