ТОПИНАМБУР, е р  г р у ш а һ ы (Helianthus tuberosus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Тыуған ере — Төньяҡ Америка, унда Т. культураға индерелә. Төньяҡ Америкала, Белоруссияла, Францияла, Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә, ш. иҫ. Башҡортостанда үҫтерелә. Ер аҫты үренделәрендә (столондарында) аҡ, һары, ҡыҙыл, шәмәхә бүлбеләр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үҫемлек. Һабағы төҙ, оҙонлоғо 1,5—2,5 м, яҡшы япраҡланған, бер аҙ тарбаҡлы. Япрағы ябай, йомортҡа формаһында, киртләсле, төклө. Сәскәлеге — һары төҫтәге ялған тел япраҡлы сәскәләрҙән торған кәрзин. Сент. — окт. сәскә ата. Емеше — ваҡ орлоҡса, ғәҙәттә респ. шарттарында өлгөрмәй. Ашарға яраҡлы һәм мал аҙығы культураһы. Ҡоролоҡҡа, һыуыҡҡа сыҙамлы үҫемлек, үҫтереүгә ныҡ тоҙло һәм әсе тупраҡтар яраҡһыҙ. Вегетация осоро 120—150 көн. Вегетатив юл (бүлбеләр м‑н) һәм орлоҡтар (селекция маҡсаттары өсөн) м‑н үрсетелә. Төп элгәрҙәре — бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы мал аҙығы культуралары. Мал аҙығы сәсеү әйләнештәренең баҫыуҙан тыш участкаларында аҡ серек м‑н зарарланған көнбағыш һәм тамыр аҙыҡтарҙан башҡа ниндәй ҙә булһа культуранан һуң үҫтерелә (10 йылға тиклем). Т. киң рәт ысулы м‑н сәселә (рәт аралары 70 йәки 60 см, үҫемлектәр араһы 25, 30 йәки 35 см). Ултыртыу нормаһы 35—55 мең дана/га бүлбе, ултыртыу тәрәнлеге 8—10 см. Уңдырышлылығы (ц/га): бүлбе — 155—250, йәшел масса — 250—350; 100 кг бүлбелә 24 мал аҙығы берәмеге һәм 1,5 кг үҙләштерелеүсе протеин бар; 100 кг йәшел массала — 23 һәм 1,9; бүлбе составына 15—22% инулин инә (Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, 2003). Т. селекцияһы һәм агротехникаһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1980 й. алып Аграр университетта (С.Н.Надежкин, Р.М. Шәймөхәмәтов һ.б.) һәм Биология институтында (Е.В.Кучеров, М.С.Мөхәмәтшин) үткәрелә. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтереү өсөн тәҡдим ителә. БР б‑са ҡулланылышҡа Белый ранний һәм Интерес сорттары индерелгән.

Әҙәб.: Н а д е ж к и н С.Н. Многолетние кормовые растения. Уфа, 2003.

И.Ю.Кузнецов, С.Н.Надежкин

Тәрж. Г.А.Миһранова