ТОМАТ, п о м и д о р (Lycopersicon), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бер йәки күп йыллыҡ үлән һәм ярым ҡыуаҡ заты. 3 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 7) төрө билдәле: перу Т., төклө Т., ябай йәки ысын Т. Ҡырағай рәүештә Көньяҡ Америкала, Канар утрауҙарында осрай. Ябай Т. бер йыллыҡ йәшелсә культураһы булараҡ бөтә ерҙә, ш. иҫ. Башҡортостанда үҫтерелә. Һабағы йығылыусан, һирәк осраҡта төҙ, бейеклеге 30—500 см һәм артығыраҡ. Япрағы парлы ҡауырһын һымаҡ теленмәле. Сәскәһе ике енесле, һары төҫтә. Сәскәлеге — төргәк сәскә. Июлдә сәскә ата. Емеше — ҙурлығы 3—10 см һәм ауырлығы 50—150 г булған һутлы ике йәки күп оялы еләк. Орлоғо ваҡ, яҫы. 1000 орлоғоноң ауырлығы 3—4 г. Емешенең составына 6% ҡоро матдә, 2,1—7% шәкәр, 0,1—1,1% к‑та (аскорбин, лимон, алма к‑талары), 4%‑ҡа тиклем углевод, С, В1, В2, В3, В6, РР витаминдары, микроэлементтар һ.б. инә. Үҙ аллы һеркәләнә, йылы яратыусы, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, тупраҡҡа талапсан үҫемлек. Үҫтереү өсөн ҡара тупраҡ яҡшы, ҡараһыу һоро урман, һоро урман тупраҡтары яраҡлы. Вегетация осоро 100—130 көн. Төп элгәрҙәре — кәбеҫтә, ҡыяр һәм һуған. Үрсетмә ысулы м‑н үҫтерелә. Үрсетмәне теплицаларҙа һәм парниктарҙа 45—65 тәүлек дауамында үҫтерәләр. Орлоҡтарҙы асыҡ грунт өсөн үрсетмәгә сәсеү ваҡыты — апр. 2‑се декадаһы, орлоҡто сәсеү нормаһы 2,5—3 кг/га. Асыҡ грунтҡа һуңғы ҡырауҙарҙан һуң (июндең 1‑се декадаһы аҙағы) рәт ысулы м‑н ултырталар. БР‑ҙа 2008 й. сәсеү майҙаны яҡынса 1,5 мең га, уңдырышлылыҡ 8 т/га тәшкил итә. Ашарға яраҡлы үҫемлек, емеше медицинала ҡулланыла. Т. агротехникаһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1984 й. алып Аграр университетта (Р.Ғ. Зарипов һ.б.), “Алексеевка” с‑зында (О.М.Московская һ.б.) үткәрелә. Т. асыҡ грунтта үҫтереү өсөн уңайлы шарттар көньяҡ урман‑дала зонаһында һәм Урал алды далазонаһында бар. БР б‑са ҡулланылышҡа асыҡ грунт өсөн Данна, Сибирский скороспелый, ябыҡ грунт өсөн Гренада, Ляляфа, Раиса, Шаганэ сорттары индерелгән.

Әҙәб.: Овощеводство в Башкортостане /Р.Р. Исмагилов [и др.]. Уфа, 2009.

Р.Ғ.Зарипов, Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018