ТОҠОМСОЛОҠ ЭШЕ м а л с ы л ы ҡ т а, а.х. малдары тоҡомдарын камиллаштырыу б‑са ойоштороу-зоотехния саралары системаһы. Т.э. төп ысулы: тоҡомдоң структураһын (завод линияһы, ғаиләләр, тоҡом эсе завод типтары) иҫәпкә алып саф тоҡомло ауыл хужалығы малдарын үрсетеү. Малдың тоҡом һәм продуктив сифаттарын яҡшыртыу өсөн яһалма ҡасырыу ҡулланыла. Т.э. молекуляр генетика; биол. статистика, биотехнологиялар файҙаланыла. Т.э. малдарҙың шәхси продуктив һәм тоҡом сифаттарын иҫәпкә алыу, яһалма һайлау, шәхси һайлап алыу, инбридинг нигеҙендә үткәрелә. Тоҡом ҡиммәте ауыл хужалығы малдарын бонитировкалау һөҙөмтәләре б‑са билдәләнә. А.х. һәм тоҡомсолоҡ пр‑тиеларын көтөү яңыртыу өсөн аҫралған йәш мал һәм иркәк үгеҙҙәр (ҡара: Көтөү яңыртыу) м‑н тәьмин итеү өсөн тоҡомсолоҡ хужалыҡтары булдырыла. Башҡортостанда 2008 й. 18 тоҡомсолоҡ з‑ды һәм 48 тоҡом репродукторы эшләй, ш. иҫ. ҡара-сыбар тоҡом б‑са Т.э. «“Алексеевка” совхозы» ДУАХП‑нда, Тәтешле р‑нының К.Маркс ис. АХПК‑ла, “Баҙы” АХПК‑нда һ.б.; бестужев тоҡомо б‑са — Дүртөйлө р‑нының «“Ленин” тоҡомсолоҡ заводы» һәм «“Шишмә” тоҡомсолоҡ заводы» ЯСЙ‑ларында, Бәләбәй р‑нының К.Иванов ис. АХПК‑ла һ.б.; симменталь тоҡом б‑са — Баймаҡ тәжрибә‑производство хужалығында, Ауырғазы р‑нының “Дуҫлыҡ” АХПК‑нда, Әлшәй р‑нының “Ленина васыяты” АХПК‑нда һ.б.; эре аҡ тоҡомло сусҡаларҙы үрсетеү б‑са — 6 хужалыҡта: Горький М. исемендәге тоҡомсолоҡ заводында, «“Рощинский” совхозы» ДУАХП‑нда, Яңауыл р‑нының «“Мичуринский” сусҡасылыҡ комплексы» ЯСЙ‑нда һ.б.; башҡорт тоҡомло аттарҙы (ҡара: Башҡортаты) үрсетеү б‑са — 9 хужалыҡта: “Йылайыр” МУАХП‑нда, Баймаҡ р‑нының «“Байҡара” агрофирмаһы» ЯСЙ‑нда, “Өфө йылҡысылыҡ заводы №119” ААЙ‑нда һ.б.; прекос һәм совет мериносы тоҡомо һарыҡтарын үрсетеү б‑са — Дүртөйлө р‑нының “В.Н.Горшков ис. тоҡомсолоҡ заводы” һәм “Көшөл” ЯСЙ‑ларында, «“Дуҫлыҡ” тоҡомсолоҡ заводы» ААЙ‑нда; а.х. ҡоштарын үрсетеү б‑са — «“Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ заводы» ДУП‑ында, “Сәрмәсән” һәм “Юбилейная” тоҡомло ҡошсолоҡ ф‑каларында; бал ҡорттарын үрсетеү б‑са Т.э. БР ФА‑ның бал ҡорттары селекцияһы үҙәгендә, Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә тормошҡа ашырыла. 2008 й. «“Алексеевка” совхозы» ДУАХП‑нда һәр һыйырҙан һауым — 8067 кг, К.Маркс ис. АХПК‑ның тоҡом репродукторында 6790 кг тәшкил итә; «“Рощинский” совхозы» ДУАХП‑нда төп инә сусҡаға үрсем сығышы — 26,8 баш сусҡа балаһы; тоҡомсолоҡ хужалыҡтары 6 млн ашыу ҡош һата; 380‑дән ашыу йылҡы үҫтерелә. «“Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ заводы» ДУП‑ында өйрәктәрҙең Благовар, Башҡортостан төҫлө кростары сығарыла, мисек өйрәктәре үрсетелә, һыу ҡоштарының коллекция тубы бар. Аграр университеттың иммуногенетика лаб. тарафынан килеп сығышының дөрөҫлөгөнә 10 меңдән ашыу һыйыр малы һәм 340 баш сусҡа, BLAD‑мутация барлығына “Башҡортостан” ААЙ‑нда аҫралған иркәк үгеҙҙәрҙең 100%‑ы тикшерелә. Малсылыҡта тоҡом иҫәбе “СЕЛЭКС” берҙәм мәғлүмәт‑идара итеү системаһы нигеҙендә алып барыла; мәғлүмәт йыйыу һәм уны төбәк кимәлендә эшкәртеүҙе “Башҡортостан” ААЙ тәьмин итә. Программалы комплекс респ. 79 тоҡомсолоҡ хужалығында индерелә. БР‑ҙа а.х. малдары һәм ҡоштарының тоҡом, продуктив сифаттарын яҡшыртыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр БДАУ‑ҙа (С.В.Афанасьев, А.В.Близнецов, П.Д. Буслаев, Р.С.Ғиззәтуллин, Р.Р. Ғәҙиев, И.Ю.Долматова, А.К. Ермолаев, С.Ғ.Исламова, Н.Я.Ҡотдосов, Р.М.Мөҙәрисов, И.Я.Прискер, Х.Р. Солтанаев, Х.Х.Таһиров, Ш.Ғ. Усманов, И.Ә.Әхәтова һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (В.С. Мөрсәлимов, А.А.Немцов, И.А.Сайгин, Б.Х.Сатыев, Н.Г.Фенченко, В.М. Шириев һ.б.), Башҡортостан агро сәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институтында (Ф.Х.Сиражетдинов), “Турбаҫлы бройлерҙары” (Т.Ф. Сәйетбатталов), «“Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ заводы» (Р.Р.Ҡотошов) пр‑тиеларында үткәрелә.

Р.С.Ғиззәтуллин, Н.Е.Гречко, Р.Р.Мурдашов, Ф.А.Сәмиғуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.