ТОКАРЕВ Валентин Дмитриевич (10.4.1946, Георгиевск ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (2002). БР‑ҙың атҡ. (2006), Рәсәйҙең почётлы (2001) төҙөүсеһе. Новочеркасск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1969) 2014 й. тиклем “Салаватстекло” ААЙ‑нда эшләй: 1973 й. алып табаҡлы быяла етештереү цехы нач., 1983 й. — баш инженер урынбаҫары, 1984 й. — баш инженер, 1997 й. — ген. дир., 2010 й. — башҡарма директор. Фәнни эшмәкәрлеге юғары етештереүсән табаҡлы быяла мейестәренең конструкцияһын камиллаштырыуға һәм рациональ файҙаланыу режимдарын уйлап табыуға арналған. Т. етәкс. пр‑тиела табаҡлы һәм сыныҡтырылған быяланың төрлө төрҙәрен, призматик көҙгөләр, быяла- пакеттар, быяла тара етештереү үҙләштерелә; автомобиль һәм юғары маркалы шымартылған быяла сығарыу линиялары реконструкциялана. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 3‑сө саҡырылыш депутаты. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Х е ҙ м.: Опыт реформирования: четырёхкратный рост и техперевооружение. М., 2002 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.