ТИХОНОВ Александр Николаевич [20.11.1931, БАССР‑ҙың Яңы Ҡарамалы р‑ны Поташевка а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 16.3.2003, Мәскәү], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1974), проф. (1975). РФ‑тың (1997), Үзбәк ССР‑ының (1982) һәм Сыуаш Респ. (1990) атҡ. фән эшмәкәре. Сәмәрҡәнд ун‑тын тамамлаған (1955), 1956 й. алып шунда уҡ эшләй, һуңынан Сәмәрҡәнд пед. ин‑тында проректор, Ташкент ун‑тында урыҫ тел ғилеме каф. мөдире; СССР ФА‑ның Урыҫ теле ин‑тында, Рәсәй халыҡтары телдәре ин‑тында (икеһе лә — Мәскәү) бүлек мөдире, Мәскәү лингвистика ун‑тының баш ғилми хеҙм‑ре һәм Елец ун‑ты эргәһендәге Лексикография уҡыу лаб. етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ, төрки сағыштырма тел ғилеменә бәйле. Башҡ., татар, үзбәк телдәре материалында төр категорияһын өйрәнеү м‑н шөғөлләнгән. Бер тамырлы һүҙҙәрҙең оя теорияһын һәм оялаштырыу принциптарын эшләгән. 15‑кә яҡын төрлө типтағы һүҙлек, ш. иҫ. “Урыҫ теленең һүҙьяһалыш һүҙлеге” (“Словообразовательный словарь русского языка”; 2 томда, 1985), авторы. 500‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. лауреаты (1996).

Х е ҙ м.: Морфемно‑орфографический словарь. Русская морфемика. М., 1996; Русская антонимия. Уфа, 2000.

Әҙәб.: З а й н у л л и н М.В. Патриарх отечественной лексикографии: (к 75‑летию проф. А.Н.Тихонова) //Коммуникативно‑функциональное описание языка: сб. ст. Ч.3. Уфа, 2006.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018