ТИТОВ Борис Иванович (20.12.1903, Омск ҡ. — 1992, Свердловск өлк. Белоярская Застава ҡсб), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1925 й. алып Урал өлк. эшләй (1930 й. башлап Михайловка район кооператив икмәк союзының өлкән агрономы). 1931 й. алып Силәбе өлк. Лебяжье р‑нының Лопаткин МТС‑ында, 1937 й. — Бөрө район РТС‑ында агроном. 1960 й. башлап Свердловск өлк. Белояр р‑нының Хеҙмәтсәндәр депутаттары советы башҡарма ком‑тында: инспектор, 1964 й. алып план төҙөү комиссияһы рәйесе, 1966—71 йй. өлкән иҡтисадсы. Т. эшләгән осорҙа Бөрө РТС‑ы хеҙмәтләндергән к‑здар үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: арыштың уңдырышлылығы 21,1 ц/га тәшкил иткән (1947). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1948).

Әҙәб.: Р а х и м о в Г. Борис Иванович Титов //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.