БАБАЙ, Кама й. басс. һаҙлыҡ, Краснокама р‑ны Николо-Берёзовка а. көньяҡҡа табан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күтәренке һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 125 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,7 м, иң ҡалыны — 2,9 м. Ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Ҡайын, ҡарағай, тал, күрән, сөйәл үләне, һаҙ ҡолонғойроғо һ.б. үҫә. Ҡуян, мышы, урман эте, һеләүһен, ябай төлкө, бәләкәй күл боғаһы, мөншөгөр, һоро торна, һуна өйрәк, ябай аҡсарлаҡ һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.