ТИТАН ИРЕТМӘЛӘРЕ, алюмин, ванадий, молибден һәм башҡа ҡатыштырылған элементтар өҫтәлгән титан нигеҙендәге иретмәләр. Кристаллик рәшәткәһенең тибы б‑са Т.и. α‑, β‑ һәм (α+β) модификациялары һәм интерметаллидтар нигеҙендәге иретмәләр; тәғәйенләнеше б‑са эҫегә сыҙамлы, иретеп йәбештерелә торған һәм ҡыҙҙырғанда ныҡлығы артҡан Т.и. айырыла. Түбән тығыҙлыҡ, юғары сағыштырма ныҡлыҡ һәм коррозияға сыҙамлылыҡ (ҡара: Коррозияға сыҙамлы материалдар) хас. Т.и. ҡойолмалары электр дуғаһы м‑н иретеп, Т.и. изделиелар вакуумда ҡойоу, онтаҡ металлургияһы йәки әҙерләмәләрҙе һуңынан механик юл м‑н эшкәртеп, пластик формалаштырыу ысулдары м‑н алына (ҡара: Металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү). Үтә һығылмалы деформация насар деформацияланған Т.и. ҙур аныҡлыҡ м‑н конфигурацияһы б‑са ҡатмарлы деталдәр алырға мөмкинлек бирә, был металды файҙаланыу коэф. күтәрә. Т.и. химия реакторҙары элементтарын, йылылыҡ һәм атом электростанцияларының конденсаторҙарын, осоу аппараттарының корпустарын, авиациялағы газ турбиналы двигателдәрҙең мөһим деталдәрен һ.б. яһау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында Т.и. үтә һығылмалылыҡты файҙаланып (В.Д.Дьяконов, А.Г.Ермаченко, Ә.Ә.Зарипов, О.Ә.Ҡайбышев, Г.А.Салищев һ.б.) һәм махсус ҡорамалдар ҡулланып ҡатмарлы формалағы изделиеларҙы формалаштырыуҙың технологик процестары, 80‑се йй. аҙ. башлап Т.и. нанокристаллик структураларҙы формалаштырыуҙың деформациялау ысулдары (ҡара: Наноструктур материалдар), наноструктурланған Т.и. баҫым ярҙамында иретеп йәбештереү технологиялары (Р.Й.Лотфуллин, М.Х. Мөхәмәтрәхимов, Р.В.Сәфиуллин һ.б.), үтә һығылмалы Т.и. табағынан аэрокосмос техникаһы өсөн ҡатмарлы профилле йоҡа кәрәҙле конструкциялар яһауҙың интеграль технологиялары (В.К. Бирҙин, А.А.Круглов, Лотфуллин, Сәфиуллин) уйлап табыла. ӨМЭПБ‑ла 70‑се йй. аҙ. алып титан көрәксәләрен һәм башҡа ҡатмарлы профилле изделиеларҙы үтә һығылмалылыҡты файҙаланып аныҡ итеп штамплау, 80‑се йй. — ҡойолмаларҙы газ ярҙамында беркетеп аныҡ ҡойоу ҡулланыла. 2005 й. башлап “Каустик” ААЙ хлор алыу өсөн электролизёрҙарҙа файҙаланылған актив металл‑оксидлы ҡаплауы булған титан анодтарысығара.

Р.И. Лотфуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.