ТИПОГРАФИЯ (гр. týpos — эҙ һәм ...графия), полиграфия сәнәғәтенең баҫма продукция сығара торған пр‑тиеһы. Т. формалар баҫыу (баҫма текст һәм иллюстрация формалары әҙерләү), баҫма (баҫма формаларҙан күп тапҡыр баҫылмалар эшләү) һәм биҙәү (брошюралау, төпләү, ламинирлау, ситен ҡырҡыу, рельефлы итеп баҫыу һ.б.) эштәре башҡарыла. Баҫма форма (йыйыу) ҡулдан йәки машина ярҙамында алына. Баҫма формалар өсөн материалдар сифатында төҫлө металл, иретмә, пластмасса, резина һ.б. ҡулланыла. Фотойыйыу йәки электрон йыйыу машиналарында баҫма биттәренең текслы негативтары (диапозитивтар) алына. Компьютерлаштырыу биттәрҙең электрон сағылышын баҫма формаға күсереү өсөн CTP (computer‑to‑plate) йәки CTF (computer‑to‑film) технологияларын файҙаланырға мөмкинлек бирә. Юғары (формалары рельефлы), тәрән (тәрәнәйтелгән) һәм яҫы (айырым бер төрө — буяу ҡағыҙға аралаш йөҙ аша күсерелә торған офсет ысулы) ысулдар м‑н баҫыу айырыла. Баҫыу ысулы б‑са юғары, тәрән, офсет баҫма һ.б.; конструкцияһы б‑са — тигелле, яҫы баҫма һәм ротация; ҡағыҙы б‑са — табаҡлы һәм рулонлы; буяу төҫтәренең һаны б‑са — бер һәм күп төрлө буяулы баҫма; форматы б‑са бәләкәй, уртаса һәм ҙур форматлы баҫма машиналар бүленә. Биҙәү процестары брошюралау, китап эшләү, тыш эшләү, ҡырҡыу, фальцовкалау һ.б. машиналар йәки автоматлаштырылған ағым линияларында башҡарыла. Ырымбур губернаһында тәүге Т. 1801 й. Өфөлә К.И.Глазенап тарафынан ойошторола (рәсми бланкылар, гәзиттәр, статистик отчёттар һ.б. баҫылған). Шәхси Т. губернаторҙың рөхсәте б‑са 19 б. 2‑се ярт. алып башлыса Өфөлә, ш. уҡ Бөрө, Бәләбәй, Златоуст, Минзәлә һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. асыла. Тәүге шәхси Т. Өфө сауҙагәре Н.К.Блохин (ҡара: Блохиндар) аса. 19 б. аҙ. төбәк Т. иҫке төрки телендә (ҡара: Урал‑Волга буйы төрки теле) баҫмалар нәшер ителә. Революциянан (1917) һуң бөтә ведомство һәм шәхси Т. национализациялана. Граждандар һуғышы барышында Т. ҡыйратыла. 1922 й. Өфөлә “Октябрь баҫымы” дәүләт типолитографияһы (ҡара: Өфө полиграф комбинаты), уның эргәһендә баҫмасылар әҙерләү өсөн фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәбе (ҡара: Һөнәрселек лицейы 1) ойошторола. 20‑се йй. Т. башлыса агитация әҙәбиәте, бланкылар, ш. уҡ уҡыу әсбаптары нәшер итә. 30‑сы йй. ҡала, район һәм заводтарҙа гәзит сығарыу Т. булдырыла. 1943 й. Өфөлә респ. гәзиттәрен сығарыу өсөн махсус Т. ойошторола (хәҙ. “Башҡортостан” нәшриәте составында). Фототелеграфты ҡулланыу (1978 й. алып) үҙәк гәзиттәрҙе Мәскәүҙә һәм Өфөлә бер үк ваҡытта баҫтырыу мөмкинлеген бирә. 2002 й. алып баҫмаларҙың электрон макеттары Т. Интернет селтәре аша ебәрелә. Башҡортостанда Стәрлетамаҡ ҡала Т., “Дзержинский Ф.Э. исемендәге типография”, 1‑се Өфө Т., Өфө полиграфкомбинаты һ.б. эшләй. Ҡайһы бер нәшриәттәрҙең (мәҫ., “Белаярека”) үҙ Т. бар. Шулай уҡ ҡара: Китап нәшер итеү эше.

Әҙәб.: Уфимский полиграфкомбинат, 1922— 2002. Уфа, 2002.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов