ТИМОФЕЕВКА (Phleum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: болон Т. һәм дала Т. Кәүшәк кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, яҡшы япраҡланған, бейеклеге 110 см тиклем. Япраҡтары оҙон, яҫы йәки ланцет формаһында. Сәскәлеге — башаҡ рәүешле тығыҙ һепертке (солтан). Июнь аҙ. — июль башында сәскә ата. Емеше — овал бөртөксә, авг. өлгөрә. Бөтә райондарҙа ла осрай, урман‑дала ауыл хужалығы зоналарында таралған, һыубаҫар һәм күл буйындағы болондарҙа үҫә. Мал аҙығы үҫемлеге. БР‑ҙа болон Т. үҫтерелә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 0,3—0,5 г. Дым яратыусы, ҡоролоҡҡа, ҡышҡа сыҙамлы үҫемлек. Үҫтереү өсөн балсыҡлы, ҡомло балсыҡлы, ҡомло тупраҡтар, киптерелгән торф ятҡылыҡтары яраҡлы. Артыҡ дымлылыҡҡа, ҡоролоҡҡа, әсе тупраҡҡа бирешә. Ирегән ҡар һыуы баҫыуға 20 — 25 көн сыҙай. Төп элгәрҙәре — мал аҙығы культуралары һәм яҙғы иген культуралары (ҡара: Ҡаплам аҫтындағы сәсеүлектәр). Орлоҡто рәт ысулы м‑н сәсеү нормаһы 6 — 7 кг/га, киң рәт ысулы м‑н — 5 кг/га, сәсеү тәрәнлеге 2— 3 см. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 120 — 140, бесән— 30 — 35, орлоҡ — 3 — 4; 100 кг йәшел массала 20,0 — 21,0 мал аҙығы берәмеге һәм 0,8 — 0,9 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, 1986—90). Тәбиғи сабынлыҡтар һәм көтөүлектәрҙе яҡшыртҡанда һәм культуралыларын булдырғанда ҡулланыла. Т. яңы сорттарын уйлап табыу һәм үҫтереү технологияһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1950 й. алып Аграр университетта (С.Н.Надежкин һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Ғ.Ҡ.Зарипова һ.б.) үткәрелә. Көньяҡ урман‑дала зонаһында һәм төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында үҫтерелә. БР б‑са ҡулланылышҡа респ. селекционерҙары тарафынан сығарылған Иглинская местная сорты индерелгән.

Әҙәб.: Н а д е ж к и н С.Н. Многолетние кормовые растения. Уфа, 2003; З а р и п о в а Г.К., К а и п о в Я.З. Адаптивные технологии кормопроизводства в Башкортостане. Уфа, 2004.

И.Ю.Кузнецов, С.Н.Надежкин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018