ТИМЕРШИН Рәдиф Мәхмүт улы (1.1.1947, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Мәсәғүт а. — 2.5.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) 1986 й. тиклем (өҙөклөктәр м‑н) һәм 1988—92 йй. “Һәнәк” ж. (1989 й. башлап бүлек мөдире), 1986—88 йй. БАССР Яҙыусылар союзы, 1995 й. алып “Башҡортостан” ДТРК хеҙм‑ре, 1998 й. башлап “Өмет”, 2004—07 йй. “Ҡыҙыл таң” гәз. бүлек мөдире. “Тартып‑һуҙып” (1987), “Ғәйепләштән булмаһын” (1989) сатирик һәм юмористик шиғырҙар һәм хикәйәләр, балалар өсөн “Беренсе ҡар” (1974), “Ете әкиәт” (2001) һ.б. шиғырҙар һәм әкиәттәр йыйынтыҡтары авторы. Т. әҫәрҙәре урыҫ, ҡаҙаҡ, үзбәк, сыуаш телдәренә тәржемә ителгән. М.Я.Воловик, П.Ребро, П.Ю.Шабатин һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Балалар өсөн “Йомарт терпе” пьесаһы Милли Йәштәр театрында ҡуйылған. Ғ.Соҡорой ис. пр. лауреаты (2001).

Ә ҫ ә р ҙ.: Галәм һәм адәм: поэмалар, балладалар, шигырьләр, мәсәлләр, әкиятләр. Уфа, 2006; Бергәләп көлик: шигырьләр, мәсәлләр, балладалар, әкиятләр. Уфа, 2011; Цветы для Гюльнары. М., 1989.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов