ТИМЕРКӘЕВ Анатолий Тимершә улы (2.1.1952, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Һаҙ а.), шағир. Марий Эл Респ. халыҡ шағиры (2012), атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Мари пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1975) Мари китап нәшриәтендә (өҙөклөк м‑н) эшләй, 1988 й. алып “Ончыко” (“Алға”) ж. баш мөхәррире (бөтәһе лә — Йошкар‑Ола). “Яҙ бүләге” (1978), “Тормош сәскәләре” (1981), “Балсыҡ һандуғас” (1988), “Умырзаялар” (1995), “Ватан” (2003), “Валкиза” (2011), “Тимер мышы” (2012; бөтәһе лә — мари телендә) шиғри йыйынтыҡтары авторы. Ижадының төп тематикаһы — тыуған тәбиғәттең матурлығы, заман кешеһенең рухи донъяһы. С.Әлибайҙың “Кем нимә ярата?” поэмаһын, М.Кәрим, Салауат Юлаев шиғырҙарын мари теленә тәржемә итә. Мари Эл Респ. С.Г.Чавайн ис. Дәүләт пр. (1999), Олык Ипай ис. Мари комсомолы пр. (1984) лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Родные звёзды: стихи. Йошкар-Ола, 1984; Огниво: стихи, баллады, поэмы. Йошкар‑Ола, 1991.

Әҙәб.: М а н а е в а ‑ Ч е с н о к о в а С.П. Гражданская поэзия Анатолия Тимиркаева // Художественный мир современной марийской поэзии. Йошкар‑Ола, 2004.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018