ТИМЕР‑БЕТОН КОНСТРУКЦИЯЛАР, тимер‑бетондан яһалған төҙөлөш конструкциялары. Тәғәйенләнеше б‑са – терәк һәм кәртәләүсе; яһау ысулы б‑са монолит (төҙөлөш урынында ҡорола), йыйылма (заводта етештерелә һәм төҙөлөш урынында монтажлана) һәм йыйылма‑монолит (йыйылма элементтар монолит бетон м‑н берләштерелә) Т.‑б.к. айырыла. Респ. 20 б. 50‑се йй. аҙ. – 60‑сы йй. башында “Башжелезобетон” (ҡара: “Башстройконструкция”) ПБ пр‑тиеларында йыйылма Т.‑б.к. (фермалар, урҙалар, колонналар, свайҙар, түшәм плиталары, стена панелдәре һ.б.), торбалар (оҙонлоғо 3 м һәм диам. 800, 1000, 1200, 1500 мм), төрлө типтағы градирнялар, тура мөйөшлө ҡоҙоҡтар етештереү үҙләштерелә. 90‑сы йй. башынан һыйышлыҡ ҡоролмалары өсөн конструкциялар (эсәр һыу, таҙартыу ҡоролмалары, насос станциялары, тондорғостар, нефть тотҡостар һ.б. өсөн резервуарҙар), автомобиль юлдарының һәм тимер юлдарҙың өйөмдәре аҫтына 20 м тиклем тәрәнлектә һалына торған торбаларҙың түңәрәк һәм тура мөйөшлө быуындары, торлаҡ йорттар өсөн күп баҫҡыслы түшәмдәр һ.б. сығарыла. Өфө тимер‑бетон заводында 2 опалубкаһыҙ формалау ысулы м‑н күп ҡыуышлы йыйылма тимер‑бетон плиталар яһала. БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында 12—24 м оҙонлоҡтағы алдан көсөргәнеш бирелгән рәшәткәле тимер‑бетон атлама һәм эстакада урҙаларын, 18—24 м оҙонлоҡтағы каркасһыҙ фермаларҙы етештереү технологияһы (В.В.Бабков, В.А.Комлев, Б.Я.Мартьянов, Л.К. Плотникова, В.И.Соломенко, Ю.Н.Сухарев); свайлы фундамент конструкциялары (З.В.Бабичев, Й.Ш.Зыязов, Г.С. Колесник, А.Д.Назаров, В.Б.Шахирев) уйлап табыла, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында производствоға индерелә. Монолит технологияны файҙаланып, Өфөлә Ағиҙел й. аша тимер‑бетон автоюлдар күпере (Мәскәү—Өфө автомобиль юлында; 1971; төп терәге 130 м тәшкил итә), “Полиэф” ААЙ‑ның производство корпустары һ.б. төҙөлә.

В.В.Бабков, Ә.Ә.Шәймөхәмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.