ТЕХНИКА (гр. téchnē — сәнғәт, һөнәр, оҫталыҡ), кеше эшмәкәрлегенең етештереү процестарын тормошҡа ашырыу һәм йәмғиәттең етештереүгә ҡағылмаған талаптарын хеҙмәтләндереү өсөн эшләнгән саралар йыйылмаһы. Эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрендә файҙаланыла (энергияны эшләп сығарыу, тапшырыу һәм үҙгәртеү; материалдарҙы эшкәртеү, йөк ташыу, үлсәү һәм хисаплауҙар үткәреү, технологик процестарҙы контролдә тотоу, элемтә, көнкүреште хеҙмәтләндереү һ.б.), хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, хәүефһеҙлекте, производствоның экологик булыуын тәьмин итеү мөмкинлеген һ.б. бирә. Функцияһы б‑са етештереү һәм етештереүгә ҡағылмаған Т.; тармаҡтары б‑са — хәрби, мед., транспорт һ.б.; төрҙәре б‑са — машиналар, станоктар, инструменттар һ.б.; эшләү принцибы б‑са — инфраҡыҙыл техника, радиотехника, ультратауыш техникаһы һ.б.; ҡулланыу маҡсаты б‑са хисаплау, үлсәү, һыуытыу һ.б. Т. айырыла.

Башҡортостанда боронғо заманда һәм Урта быуаттарҙа Т. файҙаланылыуы т‑да археологик ҡомартҡыларҙың материалдары раҫлай. Тәүге иң ябай эш ҡоралдары палеолитта яһала башлай, таш, ағас, һөйәк ҡулланыла (ҡара: Урта Түбә һ.б.). Бронза быуатында һәм тимер быуатта металл сығарыу һәм эшкәртеү үҫеш ала (ҡара: Тау эше). Башҡорттар  һәм төбәктең башҡа халыҡтары файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, күн эше, ағас эшкәртеү һәм ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы яһау, үреү, туҡыусылыҡ, тула баҫыу һ.б., ер эшкәртеү ҡоралдары, йөрөү саралары, ҡорал яһау, юлдар һалыу, торлаҡ, тирмәндәр төҙөү һ.б. м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. уртаһында традицион һөнәрселек һәм кәсептәр нигеҙендә һөнәрселек кәсебе үҫешә.

18 б. төбәктең тәбиғәт ресурстарын сәнәғәттә үҙләштереү башлана. Тау заводтары, пристандәр, рудниктар, сауҙа һәм почта юлдары һ.б. төҙөлә. Тау заводтары йыш ҡына рудниктарҙан алыҫ арала, йылға буйҙарында урынлашҡан, сөнки ҡорамалдары гидравлик приводлы була. Йылға транспорты ташҡын һыуҙан ағыҙыла. Пар машинаһын уйлап табыу сәнәғәттең һәм транспорттың үҫешенә килтерә. Тәүге пар машиналарын металлургия пр‑тиелары [Златоуст (Косотур) заводы] файҙалана башлай. Ағиҙел й. пароход судносылығы 1858 й., Өфө губернаһында т. юл бәйләнеше (ҡара: Тимер юлдар) 1888 й. ойошторола. А.х. машиналары һәм ҡоралдары етештереү Благовещен заводында һәм Златоуст өйәҙенең һөнәрселек оҫтаханаларында; насостар, янғын һүндереү машиналары — И.И.Гутмандың Өфөләге суйын һәм баҡыр ҡойоу механика з‑дында; мәғдән онтағыстар, престар, т. юл деталдәре, һыу үткәргес торбалар сығарыу Златоуст з‑дында ойошторола. 20 б. башында ҙур заводтарҙа электр м‑н яҡтыртыу булдырыла. Сәнәғәт һәм транспорттың үҫеше электр двигателе һәм эске яныулы двигатель уйлап табылғандан һуң тиҙләшә. Губернала телефон элемтәһен һәм телеграф элемтәһен ойоштороу ҙур роль уйнай.

20‑се йй. БАССР‑ҙа электростанциялар күпләп төҙөлә һәм революция (1917), Граждандар һуғышы барышында емерелгән пр‑тиелар тергеҙелә башлай. 30‑сы йй. иҡтисадты индустриялаштырыу үткәрелә, ауыл хужалығын механизациялау башлана, нефть сығарыу сәнәғәте һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте үҫеш ала. Нефть скважиналарын быраулау өсөн быраулы турбина һәм электр быраулау ҡулайламалары ҡулланыла башлай. Нефть эшкәртеү заводтарында нефтте юғары т‑рала айырыу һәм ҡиммәтле нефть продукттарын алыу ҡулайламалары файҙаланыла (атмосфера‑вакуум торбалары, термик крекинг һәм пиролиз ҡулайламалары). 1936 й. респ. тәүге магистраль нефть үткәргес төҙөлә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эре сәнәғәт пр‑тиелары ҡорамалдары һәм белгестәре м‑н бергә БАССР‑ға эвакуациялана, был республикала авиатөҙөлөш, приборҙар эшләү, станоктар, нефть машиналарын эшләү һ.б. сәнәғәт тармаҡтарының тиҙ үҫешенә булышлыҡ итә. Һуғыштан һуң респ. ҙур масштаблы сәнәғәт һәм торлаҡ төҙөлөшө башлана, төҙөлөш машиналарын һәм механизмдарын етештереүҙе ойоштороу талап ителә. 50‑се йй. суднолар төҙөү (ҡара: Судно) үҫешә, вертолёттар, 60‑сы йй. авионика саралары, 70‑се йй. үҙбушатҡыстар, 80‑се йй. электрон коммутаторҙар, телефон аппараттары, ике звенолы транспортёрҙар, 90‑сы йй. һыу мотоциклдары, газ турбиналы ҡулайламалар, мотокультиваторҙар, ҡаргиҙәрҙәр, металл ҡырҡыу станоктары һәм троллейбустар, 2000 йй. автобустар етештерелә башлай. Респ. нефтехимия аппараттары төҙөү, трактор һәм ауыл хужалығы машиналарын эшләү, электронлы Т. (ҡара: Микроэлектроника), яҡтыртыу техникаһы, электротехника һ.б. үҫеш ала. Пр‑тиеларҙа автоматлаштырылған идара итеү системалары һәм телемеханика саралары ҡулланыла. Нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефтехимия һәм химия сәнәғәттәрендә, машиналар эшләүҙә, энергетика һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтарында техник йыһазландырыуҙың юғары кимәленә өлгәшелгән.

А.И.Ғәбитов, Л.К.Кузнецов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018