ТЕХНИК ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮ, магистраль үткәргес торбаларҙың объекттарын төҙөк һәм эшкә һәләтле хәлдә тотоу саралары комплексы. Күҙәтеүҙе, профилактиканы, ағымдағы ремонтты, тикшереү сараларын, ш. уҡ эксплуатациялауға йәки консервациялауға техник яҡтан әҙерләүҙе үҙ эсенә ала. Т.х. даими ҡабатланыуы һәм күләме норматив-техник документацияға ярашлы билдәләнә. Периодик (деталдәрҙе план б‑са алмаштырыу, эшләү срогы үткән ҡорамалдарҙы ремонтлау), регламент б‑са (узелдарын майлау һәм көйләү), сезонлы (объектты көҙгө-ҡышҡы йәки яҙғы-йәйге миҙгелдәрҙә файҙаланыуға әҙерләү саралары), өҙлөкһөҙ (объекттың хәлен техник саралар ярҙамында даими рәүештә күҙәтеп тороу) Т.х. һәм периодик (үткәргес торбаның ҡыуышлығын таҙартыу, электр-химик һаҡлау сараларының хәлен тикшереү һ.б.) контроль һөҙөмтәһендәге Т.х. айырыла. Магистраль нефть продукттары үткәргестәренә Т.х. линия‑производство диспетчер станцияларының хеҙм‑рҙәре, магистраль газ торбаларына – линия‑производство идаралыҡтарының хеҙм‑рҙәре тарафынан үткәрелә. Башҡортостанда магистраль газ торбалары объекттарына “Баштрансгаз” ЯСЙ (1953 й. алып), нефть үткәргестәренә – “Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре” ААЙ (1947 й. алып), нефть продукттарын үткәргестәре  объекттарына – “Уралтранснефтепродукт” ААЙ (1970 й. алып) Т.х. үткәрә; магистраль үткәргес торбалар объекттары өсөн норматив‑техник документацияны – Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институты (1959 й. алып) әҙерләй.

М.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.