ТЕХНИК КУЛЬТУРАЛАР, сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн сеймал итеп ҡулланылған махсус үҫтерелеүсе үҫемлектәр. Т.к. май биреүсе культуралар (көнбағыш, соя, шипкән һ.б.), шәкәрле (шәкәр ҡамышы, шәкәр сағаны, шәкәр сөгөлдөрө һ.б.), крахмаллы (батат, картуф, ямс һ.б.), эфир майлы (аҡәнис, бөтнөк, мөшкәт шалфейы һ.б.), сүсле (драцена, етен, киндер һ.б.; ҡара: Сүсле үҫемлектәр), буяу (буяусы марена, ҡара мальва, ҡына һ.б.), ирекләүсе (имән, ҡарағас, шыршы һ.б.), каучуклы (ваточник, күк һағыҙ, тау һағыҙы һ.б.), гуттаперча (сөйәлле зелпе, эвкоммия һ.б.), пробка (амур бәрхәте, пробка имәне), дарыу үҫемлектәре һ.б. инә. Ҡайһы бер Т.к. ике төрлө файҙаланыла: етен, киндер һәм мамыҡ үләне — сүс һәм майлылығы юғары булған майҙар, кориандр, аҡ әнис һәм әнис майлылығы юғары булған майҙар, эфир майҙары һ.б. алыу өсөн ҡулланыла. Т.к. төрлө тәбиғәт зоналарында үҫкән бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үҫемлектәрҙе берләштерә. БР‑ҙа сәнәғәт масштабында көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө, картуф, яҙғы рапс үҫтерелә. Картуф һәм рапс үҫтереү өсөн уңайлы шарттар көньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ урман‑дала зонаһында һәм төньяҡ-көнсығыш урман‑дала зонаһында, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө һәм соя үҫтереү өсөн көньяҡ урман‑дала һәм Урал алды дала зоналарында бар. Респ. Т.к. сәсеү майҙаны 192,6 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. картуф — 113, көнбағыш — 94, шәкәр сөгөлдөрө — 54, рапс — 25,7 мең га (2009). Шулай уҡ ҡара: Мал аҙығы культуралары.

Әҙәб.: И с м а г и л о в Р.Р., К о с т ы л е в Д.А. Календула. Уфа, 2000; Ю х и н И.П. Сахарная свёкла в Башкортостане. Уфа, 2000; Рапс яровой /Р.Б.Нурлыгаянов [и др.]. М., 2008.

М.Х.Уразлин

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.