ТЕХНИК БЕЛЕМ БИРЕҮ, сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, ауыл хужалығы һәм урман хужалығы өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы; проф. юғары белем, урта профессиональ белем, башланғыс профессиональ белем, өҫтәлмә һәм вуздан һуң проф. белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Махсус Т.б.б. системаһына ауыл хужалығы буйынса белем биреү, геология буйынса белем биреү, металлургия буйынса белем биреү, нефть буйынса белем биреү, тау эше белеме биреү, төҙөлөш белеме биреү, химия һәм химик технология белеме биреү һ.б. инә. Башҡортостанда Т.б.б. 1745 й. Ырымбур ҡ. инженерлыҡ мәктәбе асылыу м‑н үҫеш ала; 18 б. уртаһынан тау эше белеме һәм металлургия б‑са белем биреү, 19 б. уртаһынан — геология, а.х. б‑са белем биреү, 20 б. 30‑сы йй. башлап нефть б‑са белем һәм төҙөлөш белеме биреү үҫешә. 20 б. башына тиклем техник һөнәрҙәр б‑са квалификациялы эшселәр әҙерләү тау сәнәғәте мәктәптәре һәм училищеларында, һөнәрселек мәктәптәре һәм училищеларында, ауыл хужалығы мәктәптәре һәм училищеларында алып барыла. 1901 й. Өфөлә тәүге реаль училище асыла. 1917 й. алып урта проф. уҡыу йорттары (уларҙа уҡытыу политехник белем биреү принциптарына нигеҙләнгән) ойошторола. 1933 й. башлап төрлө сәнәғәт тармаҡтарының етәкселәрен уҡытыу (төп эштән айырмайынса) Башҡ‑н хужалыҡсылар ин‑тында алып барыла. 1930—40‑сы йй. респ. авиация һәм нефть сәнәғәтен белгестәр м‑н тәьмин иткән тармаҡ вуздары (Өфө авиация ин‑ты, И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тының Өфө филиалы); 50‑се йй. уртаһынан Стәрлетамаҡ ҡ. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу политехник ин‑тының, Магнитогорск техник университетының филиалдары һ.б. эшләй башлай. Сәнәғәт һәм транспорт өсөн квалификациялы эшселәр техник профилдәге техникумдарҙа, колледждарҙа, юғары квалификациялы белгестәр Авиация техник университетында, Аграр университетта, Башҡорт дәүләт университетында, Нефть техник университетында, ш. уҡ Һамар дәүләт архитектура‑төҙөлөш университеты филиалында, Мәскәү дәүләт һыу транспорты акад. Өфө филиалында (ҡара: Йылға училищеһы), Өфө тимер юлдары ин‑тында (Һамар дәүләт тимер юлдар университеты филиалы) һ.б. әҙерләнә. Инженер‑техник хеҙм‑рҙәргә өҫтәлмә проф. белем биреү Тармаҡ‑араинститутта, Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институтында, ӨДНТУ‑ның өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында, юғары уҡыу йорттары һәм пр‑тиелар эргәһендәге курстарҙа бирелә. Шулай уҡ ҡара: Юғары уҡыу йорттарынан һуң белем алыу учреждениелары.

Р.Н.Бәхтизин, Р.М.Мәзитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.