ТЕРМИНОЛОГИЯ (лат. terminus — сик, ҡыр һәм ...логия), ниндәй ҙә булһа махсус белем өлкәһе йәки эшмәкәрлек төшөнсәләрен аңлатҡан лексика өлкәһе, терминдар йыйылмаһы, ш. уҡ ниндәй ҙә булһа тәбиғи телдең терминдары йыйылмаһы. Асылда Т. (дөйөм ҡулланылыштағы лексика иҫәбенә тулыланған, стихиялы барлыҡҡа килгән терминдар йыйылмаһы) һәм терминосистемалар (теге йәки был өлкәнең белгестәре тарафынан аңлы рәүештә һайлап алынған йәки уйлап табылған һүҙҙәрҙән һәм һүҙбәйләнештәрҙән, ш. уҡ башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән терминдарҙан төҙөлә) айырыла. Терминосистемаларҙы һәм Т. ҡулланыу законлыҡтарын терминдар ғилеме өйрәнә. Теоретик терминдар ғилеме айырым терминдарҙың һәм уларҙың йыйылмаларының йөкмәткеһен, формаль һәм функциональ структураларын анализлау м‑н шөғөлләнә; ғәмәли терминдар ғилеме бер үк төшөнсәләрҙе аңлатҡан терминдар төрлөлөгөн ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән Т. унификацияһын, терминологик һүҙлектәр, терминологик мәғлүмәт банктары төҙөүҙе, терминдарҙың тәржемәһен үҙ эсенә ала. Башҡ. Т. тәүҙә төрлө традицион шөғөлдәрҙә (һыйырсылыҡ, игенселек, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре, һунар, балаҫһуғыу, тулабаҫыу, туҡыусылыҡһ.б.) ҡулланылған терминдар системаһы булараҡ күҙ алдына баҫа. 1920 йй. хәҙ. башҡ. әҙәбителенең формалашыуы һәм уның йәмғиәттәге функцияларының киңәйеүе (башҡорт телен эш башҡарыуға һәм мәктәптә уҡытыуға индереү, дәреслектәр, гәзиттәр һәм журналдар сығарыу) м‑н фәнни терминдарға мохтажлыҡ тыуа. Т. төҙөү һәм унификациялау м‑н 1922 й. алып Академ үҙәк шөғөлләнә башлай. Уның составында эшләгән терминология комиссияһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төрлө сығанаҡтарҙан терминдарҙы һайлап алыу һәм улар м‑н әҙәби телдең лексик составын байытыу б‑са ҙур эш башҡара. Комиссия тарафынан раҫланған терминдар респ. гәзит һәм журналдарында баҫылып сыға. Бер үк ваҡытта терминологик һүҙлектәр төҙөү эше башлана. 30‑сы йй. башлап Т. төҙөү Башҡортостан ғилми‑тикшеренеү институты, һуңынан уның базаһында асылған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан алып барыла. 30— 40‑сы йй. ин‑т хеҙм‑рҙәре (Ғ.Амантай, Ш.Чураев, З.Ш.Шакиров һ.б.) ҡатнашлығында 10‑дан ашыу ике телле терминологик һүҙлек нәшер ителә. Башҡ. теле б‑са Респ. конф. (1940 й. дек.) милли Т. төп йүнәлештәре билдәләнә, терминдар ижад итеүҙең принциптары теүәлләнә. Башҡ. әҙәби телендә булған Т. унификациялау һәм яңы фәнни Т. төҙөү, уның торошон һәм үҫеш перспективаларын контролдә тотоу 1954 й. БАССР ЮС Президиумы эргәһендә асылған Терминология комиссияһы тарафынан башҡарыла. Терминологик эшмәкәрлектең методик проблемалары Н.К.Дмитриевтың, башҡ. терминдар ғилеме формалашыуы тарихы, терминологик нормаларҙың төп аспекттары Ә.Ә.Юлдашевтың хеҙмәттәрендә бирелә. 50‑се йй. башынан башҡ. терминографияһы әүҙем үҫешә. Һүҙлектәрҙе төҙөүселәр терминдарҙы билдәләүгә һәм уларҙы еңел аңларлыҡ итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Химия (1950; И.Х.Ишмөхәмәтов), зоология (1952; Т.Ғ.Байышев), астрономия (В.С.Сөләймәнов), урман эше (А.И.Йәрмөхәмәтов; икеһе лә — 1954), хоҡуҡ фәндәре (1956; М.М.Мөхәмәтдинов), а.х. (1961; Л.Ғәҙелов, М.Шығаев) һ.б. б‑са терминологик һүҙлектәр төҙөлә. 80‑се йй. башынан тармаҡ Т. монографик тикшеренеүҙәр объектына әйләнә. Н.В.Бикбулатовтың “Башҡорттарҙың туғанлыҡ системаһы” (“Башкирская система родства”; 1981), А.Ә.Камаловтың “Башҡорт географик терминдары һәм топонимия” (“Башкирские географические термины и топонимия”; 1997), Г.Д.Зәйнуллинаның “Башҡорт теленең лингвистик терминологияһының формалашыуы һәм үҫеше” (“Формирование и развитие лингвистической терминологии башкирского языка”), М.И.Баһауетдинованың “Башҡорт теленең этнографик лексикаһы” (“Этнографическая лексика башкирского языка”; икеһе лә — 2002), Ғ.Ғ. Ҡаһармановтың “Совет осороноң башҡорт ижтимағи‑сәйәси терминологияһы” (“Башкирская общественно‑политеческая терминология советского периода”; 2005) һ.б. хеҙмәттәрендә терминлаштырылған өлкәләрҙең специфик үҙенсәлектәрен аныҡлау, Т. формалашыуы һәм үҫешенең милли, лексикогенетик сығанаҡтарын асыҡлау, атама биреүҙең һәм терминдар төҙөү ысулдарының дөйөм тенденцияларын, тармаҡ терминдар системаһының норматив характеристикаларын билдәләү мәсьәләләре һ.б. ҡарала. 1990—2000 йй. тармаҡ Т. төҙөү киңәйә (М.Т.Аҙнабаев, Н.Ф. Суфьянова, З.Ғ.Ураҡсин, Ф.Ғ. Хисамитдинова һ.б.), сағыштырма‑типологик терминдар ғилеме үҫешә (Д.И. Хизбуллина, Л.Р.Хисмәтова, З.Ә. Хәбибуллина һ.б.). 1999 й. алып терминдар төҙөүҙең дөйөм ҡағиҙәләрен эшләү, рәсми мөхиттә уларҙың ҡулланылышының дөрөҫлөгөн контролдә тотоу м‑н БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында”ғы законын тормошҡа ашырыу б‑са БР Хөкүмәте эргәһендәге Комиссияның Терминология хеҙмәте шөғөлләнә.

Әҙәб.: Д м и т р и е в  Н.К. Грамматическая терминология в учебниках родного языка. М., 1955; Развитие терминологии башкирского литературного языка: (исслед. и материалы). Уфа, 1981.

Ғ.Ғ.Ҡаһарманов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.