ТЕРМИНОЛОГИЯ КОМИССИЯҺЫ, башҡ. әҙәби теленең ижт.‑сәйәси һәм фәнни‑техник терминологияһының торошон һәм үҫеше б‑са эшен өйрәнеү өлкәһендәге фәнни‑ойоштороу һәм координацион‑тикшереү органы. 1954 й. авг. БАССР ЮС Президиумы эргәһендәге (1994 й. дек. алып БР Президенты эргәһендәге) Т.к. булараҡ ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: терминологияның торошон һәм үҫеш перспективаларын контролдә тотоу, булған терминологияны унификациялау һәм яңыһын раҫлау, башҡ. телендәге матбуғат биттәрендә һәм башҡа әҙәби баҫмаларҙа, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында терминдарҙы ҡулланыуҙың системалы анализы, терминологик һүҙлектәрҙе төҙөүселәргә, алтаҡталарҙы эшләүселәргә, штамптар, бланктар, мисәттәр яһаусыларға методик ярҙам күрһәтеү. Етәкселәре: Ә.И.Харисов (1954 й. алып), З.Ғ.Ураҡсин (1979 й. алып), Н.Х.Мәҡсүтова (1994 й. алып). 1999 й. башлап Т.к. хоҡуҡтары БР Хөкүмәтенең Премьер‑министры етәкселегендә БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында”ғы законын тормошҡа ашырыу б‑са (терминология һәм топонимия хеҙмәттәре м‑н бергә) БР МК эргәһендәге (2002 й. алып БР Хөкүмәте эргәһендәге) Комиссияға йөкмәтелә.

Н.Ф.Суфьянова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.