ТЕРКӘҮЕС, ябай һөйләм составындағы һүҙ формаларының, ҡушма һөйләм өлөштәренең синтаксик бәйләнешен тәьмин иткән һәм грамматик характеристикаларына ҡарамайынса бәйләнеүсе берәмектәрҙең араһында төрлө мәғәнәүи мөнәсәбәттәрҙе аңлатҡан ярҙамсы һүҙ төркөмө. Башҡорт телендә Т. башҡа һүҙ төркөмдәренән һуңыраҡ ҡулланыла башлай. Килеп сығышы б‑са төп башҡ. Т. (“тик”, “шулай уҡ” һ.б.); ғәрәп теленән (“ләкин”, “бәлки”); фарсы теленән (“сөнки”, “әгәр”); урыҫ теленән (“ә”, “ни”) үҙләштерелгән Т. айырыла. Структураһы б‑са ябай (тамыр): “гүйә”, “йәғни”; ҡушма (яһалма): “йә булмаһа”, “шуның менән бергә” Т. бүленә. Синтаксик бәйләнештең тибына ҡарап бәйләнеүсе берәмектәрҙең сағыштырмаса үҙ аллы булыуҙарын күрһәткән теҙеү һәм бер берәмектең икенсеһенә буйһоноуын күрһәткән эйәртеү Т. айырыла. Функциональ билдәләре б‑са теҙеү Т. йыйыу (бер үк ваҡытта булыу, эҙмә‑эҙлелек мөнәсәбәттәре): “һәм”, “тағы”, “йәнә”; ҡаршы ҡуйыу (ҡаршы ҡуйыу мәғәнәһе): “ләкин”, “шулай ҙа”, “әммә”, “юғиһә”, “юҡһа”; бүлеү (хәл‑ваҡиғаларҙың сиратлашыуын, уларҙың береһенең тормошҡа ашырылыуын күрһәтә): “берсә”, “әле”, “йә”, “йәки”, “әллә” һ.б. төркөмсәләргә бүленә. Эйәртеү Т. эш-хәлдең шартын, сәбәбен, уларҙың оҡшашлығын һәм һөҙөмтәһен аңлата: “сөнки”, “шуға күрә”, “әгәр” һ.б.

Г.Р.Абдуллина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018