ТЕРЁШИН Валерий Глебович (27.4. 1951, Ленинград — 7.1.2012, Өфө ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1995). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ, бер үк ваҡытта 1999—2001 йй. Механика ин‑тында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге гироскопик приборҙар һәм ҡоролмалар механикаһына арналған. Тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре ауышлыҡ б‑са тиҙ әйләнеүсе осоу аппаратының мөйөшсә тотороҡланыуының платформаһыҙ системаһын, быраулау скважинаһының параметрҙарын билдәләү өсөн гироскопик инклинометр һ.б. төҙөгәндә ҡулланылған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 19 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Кинематика точки. Уфа, 1995; Механика осцилляторных гироскопов. Уфа, 2005; Уравнения Лагранжа второго рода их приложения к механическим и электромеханическим системам. Уфа, 2006.

Ф.А.Ғиззәтуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов