“ТЕРЕМОК”, балалар кинотеатры. 1969—2007 йй. Өфөлә эшләй. 150 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе була. 2006 й. 89 киносеанс үткәрелә (4608 тамашасы). “Т.” кинодәрестәр, кинолекциялар, “Сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн” (“За здоровый образ жизни”), “Наркотиктарға — юҡ!” (“Нет — наркотикам!”) акциялары ойошторола, соц. кинопрограммалар, мәктәп программаһына ярашлы фильмдар күрһәтелә.

Н.Н.Дьяконова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018