ТЕОФАНУС Теофанис Дж. (21.5. 1942, Афина), инженер‑химик, инженер‑механик. БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998), АҠШ‑тың Милли инженерлыҡ акад. ағзаһы (1998). Филос. д‑ры (1969). Милли техник ун‑тын тамамлаған (1965, Афина). 1969 й. алып Пурду ун‑тында (Уэст‑Лафайет ҡ.) эшләй, 1985 й. башлап Калифорния ун‑тының үҙе асҡан хәүеф һәм хәүеф һеҙлекте тикшереү б‑са ғилми үҙәк дир. (Санта‑Барбара ҡ.; икеһе лә — АҠШ). Фәнни эшмәкәрлеге күп фазалы ағымдар гидродинамикаһына, атом реакторҙарының хәүефһеҙлегенә, ш. уҡ хәүеф һәм ҡатмарлы технологик системалар м‑н идара итеүгә һ.б арналған. 275‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

И.Ш.Әхәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018