АЭРОЛОГИЯ (аэро... һәм ...логия), метеорологияның ирекле атмосфералағы (Ерҙең тейеп торған өҫкө йөҙөнөң тәьҫире беленмәгән ҡатламдарында) физик күренештәрҙе, процестарҙы һәм уларҙы тикшереү ысулдарын өйрәнеүсе бүлеге. Ирекле атмосфераның мөһим физик үҙенсәлектәрен (елдең тиҙлеге һәм йүнәлеше, һауаның дымлылығы,баҫымы, т‑ра) 40 км тиклемге ҡатламда системалы рәүештә аэрологик үлсәү Ер шарының төрлө геогр. пункттарында (улар донъя аэрологик селтәрен барлыҡҡа килтерә) башҡарыла. Аэрологик тикшеренеүҙәр махсус приборҙары булған зондтар һәм уларҙың сигналдарын радиолокация ҡорамалдары ярҙамында теркәү юлы м‑н алып барыла (ҡара: Радиозондлау). Радиолокация ш. уҡ һауа ағымдарын, болоттар һәм яуым-төшөм барлыҡҡа килеү процестарын өйрәнергә мөмкинлек бирә. Атмосфераның юғарыраҡ ҡатламдары ракеталар һәм спутниктар ярҙамында тикшерелә (ҡара: Спутник метеорологияһы). Аэрологик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре синоптик метеорологияла һауа торошон прогнозлау һәм авиацияны хеҙмәтләндереүҙең (ҡара: Авиация метеорологияһы) нигеҙе булып торған баҫым топографияһы карталарын төҙөү өсөн файҙаланыла. Башҡортостанда даими аэрологик тикшеренеүҙәр 1939 й. Өфөнөң авиация метеорология станцияһында шар-пилотлы күҙәтеү пункты ойошторолғас башлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә атмосфераны самолёт ярҙамында зондлау пункты була. 1957 й. алып Өфөлә бөтә донъя аэрология селтәренә ингән һәм атмосфераның температура-ел хәлен радиолокаторҙар (1957 й. алып Метеорит‑2, 2003 й. — МАРЛ‑2) ярҙамында тикшереп торған аэрологик станция эшләй. Өфө аэропортында боҙ, йәшен, көслө ҡойма ямғыр, дауыл кеүек хәүефле күренештәр т‑да мәғлүмәт алыу өсөн метеорология локаторы (1978 й. алып МРЛ‑2, 1994 й. — МРЛ‑5) бар. 1985 й. башлап Башҡ‑н гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы б‑са идаралығында болот ҡатламы һүрәттәрен ватан һәм Америка метеорология спутниктары аша алырға мөмкинлек биргән үҙ аллы пункт эшләй. Болот һүрәттәре Башҡортостан б‑са һауа торошо прогноздарын төҙөгәндә киң ҡулланыла.

Е.Н.Орлова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке