ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ, тауыш мәғлүмәтен тапшырыу һәм ҡабул итеү өсөн ҡоролма. Коммутация‑саҡырыу (башҡа Т.а. ингән саҡырыуҙы ҡабул итеү, тоташтырыу һәм өҙөү) һәм һөйләшеү (телмәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу) өлөштәренән тора. Микрофонға ток биреү ысулы б‑са үҙәк һәм урындағы батареялы; һөйләшеү схемаларын төҙөү принцибы б‑са — урындағы һәм урындағыға ҡаршы булған эффектлы; конструкцияһы б‑са өҫтәл, стена, унификацияланған, күсермәле, номер йыйғысы кнопкалы йәки дискылы булған аппараттар; ш. уҡ көслө тауышлы Т.а., таксофондар, микротелефон гарнитуралары (радиотелефон элемтәһендә, IP-телефонияһында ҡулланыла) һ.б. айырыла. Башҡортостанда тәүге Т.а. 1894 й. Өфөлә барлыҡҡа килә. 1900 й. 173, 1904 й. 252 Т.а. урынлаштырыла; 70‑се йй. Өфөлә 21 мең Т.а. иҫәпләнә. 80—90‑сы йй. “БЭТО” ААЙ‑нда номер йыйғысы кнопкалы булған “БЭТО‑221М” (һуңғы номерҙы хәтерләү, микрофонды һәм тональ саҡырыу сигналын ваҡытлыса өҙөү, саҡырыуҙың мелодияһын һәм көсөн программалау функциялары, номер йыйыу ысулы ҡатнаш була), “БЭТО‑201М” (электрет микрофонлы телефон трубкаһы, АТС‑ҡа блокиратор аша тоташтырыу мөмкинлеге була) өҫтәл һәм стена Т.а.; номер йыйғысы дискылы, электрет микрофоны булған һәм тауыш кимәле көйләнә торған “Өфө‑301”, “Башҡортостан‑302”, “Башҡортостан-304” (икеһе лә — ағас корпуста) Т.а. сығарыла. 1990—2004 йй. “Прогресс” пр‑тиеһында номер йыйғысы кнопкалы булған “Спектр‑201”, “Спектр‑202” (бер номерҙы хәтерләй, сигнал тауышының көсө көйләнә), “Спектр‑203” (бөтәһе лә — импульслы йыйыу режимы м‑н), “Спектр‑209” (10 номерҙы хәтерләй, номерҙы йыйыу — йышлыҡлы һәм импульслы) өҫтәл‑стена Т.а. етештерелә. Шулай уҡ ҡара: Телефон селтәре, Телефон элемтәһе.

Р.З.Мөҡминов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов