ТЕЛЕМЕХАНИКА (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм механика), фән һәм техниканың алыҫтан идара итеү һәм контролдә тотоу өсөн мәғлүмәт (сигнал) тапшырыу һәм ҡабул итеү ысулдарын һәм техник сараларын уйлап сығарған өлкәһе. Телемеханик сигналдарҙың формалашыуын һәм үҙгәрешен өйрәнә, уларҙы сикләнгән йышлыҡтар үткәреү һыҙаты булған элемтә һәм электр тапшырыу линиялары б‑са, тотҡарлыҡтар һ.б. булған ваҡытта ебәреү ысулдарын эшләй. Телемеханизация бер‑береһенән айырылған йәки тарҡатылған объекттарҙы тулы бер производство комплексына берләштерер өсөн, ш. уҡ объектта кеше булыуы кәрәкмәгән һәм рөхсәт ителмәгән осраҡтарҙа (атом, тау‑ҡаҙылма, металлургия, химия сәнәғәте пр‑тиелары, электр, насос һәм компрессор станциялары, һыу алыу скважиналары, т. юл узелдары һ.б.) ҡулланыла. Ҡулланыуҙың төп өлкәләре: авиация, йыһан, медицина, метеорология, нефть сығарыу, транспорт, энергетика, хәүефһеҙлек системалары. Телемеханик система эсенә диспетчер пульттары, идара итеү, сигнализация һәм үлсәү аппаратураһы инә. Башҡортостанда Т. ҡоролмаларын етештереү тәүге тапҡыр 1950 й. Серафимовка автоматика һәм телемеханика тәжрибә з‑дында ойошторола. 1959 й. респ. нефть промыслаларында ҡатламдарҙағы баҫымды һаҡлау цехы объекттарын телемеханизациялау башлана. 60‑сы йй. “Башоргэнергонефть” идаралығында объекттар м‑н Т. аша идара итеү һәм уларҙың торошо т‑да мәғлүмәт алыу өсөн күп йышлыҡлы ЧТ‑СО (“Аксаковнефть”, “Арланнефть” һәм “Октябрьскнефть” пр‑тиеларында индерелгән), ЧТ‑СО‑1 (“Туймазанефть”), һыу алыу скважиналарын телемеханизациялау өсөн ЧТ‑ВС (Шкапов газ‑бензин з‑ды) ҡоролмалары эшләнә. 80‑се йй. алып “Пилот” ҒТИ‑нда сымһыҙ (гидравлик) һәм сымлы элемтә каналдары, билдәләнгән йүнәлештә керн сығарыу функцияһы һәм быраулау ваҡытында нефть‑газ скважиналарының траекторияларын контролдә тотоу өсөн геонавигацияһы булған телеметрик системалар һ.б. етештерелә; РФ Оборона министрлығының заказы б‑са йылға һәм диңгеҙ суднолары м‑н идара итеүҙе автоматлаштырыу өсөн навигация приборҙары уйлап табыла. 90‑сы йй. “Нефтеавтоматика” ААЙ тарафынан нефть промыслаларында һәм ҡатламдарҙағы баҫымды һаҡлау объекттарында индустриаль компьютерҙар ҡулланып Т. системаларының диспетчер ҡорамалы индерелә; мәғлүмәтте һәм идара итеү сигналдарын тапшырыу бәләкәй радиотракт б‑са башҡарыла; “ОЗНА” пр‑тиеһында (Октябрьский ҡ.) күсмә “Квант” ҡулайламаһы уйлап табыла һәм эшләнә, уның ярҙамында донъяла тәүге тапҡыр скважиналағы нефть, газ, һыуҙың параметрҙары үлсәнә (респ. бөтә НГДУ‑ларында индерелгән). 1995—97 йй. “Уфаводоканал” пр‑тиеһында телеметрия мәғлүмәттәрен йыйыу һәм тапшырыуҙы тәьмин иткән элемтә системаһы һ.б. эшләй башлай. 2008—09 йй. Автоматлаштырылған системаларҙы проектлау ин‑ты (Өфө) тарафынан “Башкирэнерго” ААЙ объекттарында электр энергияһын тотоноу т‑да мәғлүмәтте алыу, технологик процестарҙы оптимизациялау һ.б. өсөн Т. һәм элемтә системалары эшләнә һәм индерелә. ӨДНТУ‑ның Октябрьский филиалында нефть сығарыу процестары м‑н идара итеүҙе автоматлаштырыу өсөн автоном бырау өҫтө модулдәре (забойҙағы баҫымды контролдә тота һәм көйләй); идара ителә торған күп камералы ҡатлам һынағыстары (скважиналарҙа локаль гидродинамик тикшереүҙе үткәреү); мәғлүмәт модулдәре (тәрәндәге насос ҡорамалдарын йыһазландырыу, скважиналарҙы эксплуатациялау режимын, мәғлүмәт тапшырыуҙы мониторингылау); идара итеүҙең нейроселтәр системаһының үҙе көйләнә алыу үҙсәнлеге булған нигеҙҙәре (етәкс. Ю.А.Гуторов) уйлап табыла. 2009 й. Байконур космодромынан (Ҡаҙағстан) “УГАТУ‑САТ” микроспутнигы ебәрелә, уны файҙаланып, студенттар радиоидараның һәм радиотелеметрияның мөмкинселектәрен өйрәнә. Респ. газ бүлеү селтәрҙәре, транспорт объекттары һ.б. м‑н үҙәктән тороп Т. аша идара итеү индерелә. Тимер юл транспорты техникумында һәм Һамар дәүләт тимер юлдар университетының Өфө филиалында “Тимер юл транспортында автоматика һәм телемеханика” һөнәре б‑са уҡытыу алып барыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018