ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ, документаль хәбәрҙәрҙе (телеграммаларҙы) телеграф аппараттары ярҙамында элемтә сымдары йәки радиоканалдары аша юғары тиҙлектә ебәреү һәм ҡабул итеү; электр элемтәһенең бер төрө. Ебәрелгән мәғлүмәттең тәғәйенләнеше һәм үҙенсәлеге б‑са дөйөм ҡулланыуҙағы Т.э. (телеграммалар ебәреү, аҡса күсереү һ.б.), абонент телеграфы (документлаштырылған һөйләшеүҙәр йәки дәүләт, йәмәғәт, производство учреждениеларында урынлаштырылған аппараттар ярҙамында хәбәрҙәрҙе бер йүнәлештә ебәреү һ.б.; ш. уҡ телеграммаларҙы дөйөм ҡулланыу селтәренә ебәреү һәм уларҙы ҡабул итеү; халыҡ‑ара бәйләнештәр өсөн телекс файҙаланыла) һәм факсимиль Т.э. (фототелеграф элемтәһе, хәрәкәтһеҙ һүрәттәр ебәреү); ебәреүҙе ойоштороу ысулы б‑са симплекс (хәбәрҙәрҙе бер йүнәлештә ебәреү, бер аппарат файҙаланыла) һәм дуплекс (ике йүнәлештә ебәреү, ике аппарат йәки ҡабул итеү һәм ебәреү сынйырҙары м‑н бүленгән бер аппарат) Т.э. айырыла. 1789 й. оптик, 1832 й. электромагнитлы аппарат уйлап табыла, уның өсөн 1837 й. махсус телеграф коды (Морзе) эшләнә. 1854 й. халыҡ‑ара (Англия—Франция), 1858 й. континент‑ара (Англия—АҠШ) Т.э. линиялары барлыҡҡа килә. 1871 й. донъяла иң оҙон булған Мәскәү—Владивосток телеграф линияһы (яҡынса 12 мең км) асыла. Башҡортостанда 19 б. 60‑сы йй. башында өйәҙ ҡалаларына, тау заводтарына һәм Өфө губернаһының башҡа ҙур пр‑тиеларына тәүге һауа Т.э. линиялары юл буйлап һуҙыла. 1862 й. алып Петербург — Мәскәү — Ҡазан — Мамлыж — Минзәлә — Алабуға — Бөрө — Өфө — Стәрлетамаҡ — Ырымбур Т.э. һауа элемтә линияһының ҡорос сымы аша үткәрелә. 20 б. 20‑се йй. Өфө м‑н респ. адм. үҙәктәре араһында Т.э. булдырыла (Морзе аппараты, 1932 й. башлап ҡыҫҡа тулҡынлы радиотапшырғыстар һәм радиоалғыстар файҙаланыла). 1931 й. Өфө һәм Мәскәү, Һамар, Свердловск (Бодо аппараты), Белорет (Юз аппараты) ҡҡ. араһында телеграммалар алмашыу башлана; Мәскәү — Омск, Мәскәү — Иркутск, Һамар — Силәбе, Копенгаген — Хельсинки — Нагасаки Т.э. транзит линиялары һуҙыла. 1950 й. алып СТ‑35, Бодо, Клопфер, Морзе, 1962 й. — СТА‑2М аппараттары ҡулланыла. 1949 й. башлап тональ, 1957 й. — юғары тональ телеграф аппаратураһы, 2007 й. — АТК‑ТТ ҡорамалы (MPLS/VPN мәғлүмәт тапшырыу селтәрҙәре һәм телеграф станцияларының төрлө типтары м‑н тоташҡан) файҙаланыла. Дөйөм ҡулланыу селтәрендә 1972 й. алып координаттар системаһы, 1993 й. — электрон система станциялары эшләй; 1977 й. башлап Т‑100 рулонлы стартстоп аппараттары, 1986 й. — сервис функциялары булған Ғ‑2000 электрон аппараттары файҙаланыла. Абонент телеграфы селтәрендә 1952 й. тәүге ҡул системаһы станцияһы (20 номер), 1962 й. автоматлаштырылған АТА‑57 станцияһы (160), 1987 й. АТ‑ПД станцияһы (1200); 1964 й. Т‑63 аппараттары урынлаштырыла. 1960 й. алып Өфөлә Мәскәү м‑н бәйләнеш өсөн ябыҡ яҙмалы (“Нева”), 1977 й. — асыҡ яҙмалы (“Штрих”) факсимиль аппаратураһы ҡулланыла; 1978 й. Матбуғат йортонда Мәскәүҙән киң һыҙатлы элемтә каналы аша гәзит биттәрен ҡабул итеү өсөн “Газета‑2” аппаратураһы ҡуйыла. 1990 й. Өфөлә телекс хәбәрҙәрен һәм факстарҙы ебәреү һәм ҡабул итеү өсөн респ. тәүге коллектив ҡулланыу пункты асыла. 1991 й. Башҡ‑н абоненттары халыҡ‑ара телекс селтәренең Өфөләге АТК‑20 подстанцияһына тоташтырыла. 1996 й. милли һәм халыҡ‑ара элемтә хеҙмәтен күрһәтеү өсөн абонент телеграфы һәм телекс бер селтәргә берләштерелә. 2000 й. Өфө дөйөм ҡулланыу селтәрендә һәм телекста СТИН‑Э телеграф станциялары урынлаштырыла. 2006 й. респ. Т.э. линияларын ТСР/IP транспорт протоколы булған мультисервис мәғлүмәт тапшырыу селтәрҙәренә күсереү башлана. Шулай уҡ ҡара: Ҡала‑ара элемтә узелы.

Т.Г.Петрова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018