ТЕЛЕВИЗИОН ФИЛЬМ, телевизион тапшырыу селтәре аша күрһәтеү өсөн төшөрөлгән фильм. Т.ф. анимация (ҡара: Анимация киноһы), документаль (ҡара: Документаль кино), нәфис фильмдарҙың бөтә төрҙәре һәм жанрҙары инә. Башҡортостанда тәүге Т.ф. 1959 й. БАССР МС эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ ком‑тында Башҡ. телевидение студияһы (ҡара: “Башҡортостан”) ойошторолғандан һуң барлыҡҡа килә: “Сәләм, Өфө!” (“Здравствуй, Уфа!”; сценарисы Р.Ғ.Хәкимов, реж. Р.Фәйзи, операторы А.К.Биктимеров), З.Ғ.Исмәғилевтең тормошо һәм ижады т‑да ҡыҫҡа метражлы “Туған моңдар” (“Родные мелодии”; икеһе лә — 1962, сценарисы Р.Б.Әхмәтов, реж. Г.Ҡудашев, операторы В. Кудрявцев) фильм‑концерты.

1965 й. Башҡ. телевидение студияһы базаһында кинокомплекс, типлы фильмдар һаҡлау урыны ойошторола, уларҙың тәүге ижади хеҙм‑рҙәре — Башҡорт драма театрынан реж. Ә.Ғ.Абдразаҡов, Р.Фәйзи, Ғ.Ғ.Әмиров, операторҙар А.С.Ахметченко, Биктимеров, И.Һ.Ғәлиуллин, Р.Х. Әмирханов. Ҡыҫҡа метражлы “Башҡорт ҡымыҙы” (“Башкирский кумыс”; 1962, сценарисы Хәкимов, реж. Ҡудашев, операторы Ф.А.Ғәйнанов), “Оло химия меридианы” (“Меридиан большой химии”; 1963, сценарисы В.С. Евдокимов, реж. Н.Х.Тибеев, операторы Биктимеров) фильмдары төшөрөлә. 1965 й. тәүге тулы метражлы “Үҙгәргән төбәк” (“Преображённый край”; сценарисы Хәкимов, реж. Ҡудашев, операторы Биктимеров) документаль-публицистик Т.ф. донъя күрә, унда респ. тарихының төп этаптары сағылдырыла, уның илдең иҡт. яҡтан иң ныҡ үҫешкән төбәктәренең береһе булып формалашыуы күрһәтелә. 60‑сы йй. замандаштарҙың портрет галереяһы төп жанрҙарҙың береһенә әйләнә: “Тәрән офоҡтарға” (“К глубоким горизонтам”; сценарисы Евдокимов, реж. В.Волков, операторы Ғәйнанов), “Башҡорт балеты оҫталары” (“Мастера башкирского балета”; сценарисы И.В.Хәкимова, реж. Ҡудашев, операторы Биктимеров, Ғәйнанов), «“Восход” карабының командиры башҡорт ерендә» («Командир корабля “Восход” на башкирской земле»; бөтәһе лә — 1964, сценарисы А.Ә.Вәлиева, реж. Тибеев, операторы Ғәйнанов), “Яҡтылыҡтың ҡайтыуы” (“Возвращение света”; сценарисы В.Сессюнин, операторы Әмирханов), “Балет тураһында хикәйә” (“Рассказ о балете”; икеһе лә — 1966, сценарисы Хәкимова, реж. В.Т.Пищальников, операторы Әмирханов) һ.б. Респ. сәнәғәте үҫеше “Башҡортостан нефтселәре янында” (“У нефтяников Башкирии”; 1967, сценарисы А.П. Филиппов, реж. А.Иманаев, операторы Р.Агапов), “Урал ынйыһы” (“Жемчужина Урала”; 1968, сценаристары Евдокимов, Сессюнин, реж. Тибеев, операторы Ғәйнанов) һ.б. фильмдарҙа һүрәтләнә. 1965 й. Шүлгәнташ ҡурсаулығына арналған “Егерь һуҡмағы буйлап” (“Тропою егеря”; сценарисы О.Нестеренко, реж.‑операторы Иманаев) тәүге төҫлө документаль Т.ф.; тулы метражлы “Башҡорт балы” (“Башкирский мёд”; сценарисы Филиппов, реж.‑операторы Иманаев; Халыҡ‑ара конкурста 1‑се пр., Бухарест, 1965) документаль фильмы, балалар өсөн “Беҙ һүрәт төшөрәбеҙ” (“Мы рисуем”; сценарисы Әхмәтов, реж. Е.П.Самохвалова, операторы Әмиров, Бөтә Союз телефильмдар фестивале дипломы, Орджоникидзе ҡ., Украина, 1965) фильмы төшөрөлә. 1972 й. “Өмөт” (сценарисы Ғ.Ш.Имаев, реж. Абдразаҡов, операторы Ғәлиуллин) тәүге нәфис фильмы донъя күрә.

70—80‑се йй. телеспектакль жанры үҫеш ала: “Буранлы көндәр” (1983, сценарисы Ф.Ғ.Бейешев, А.М.Таһиров, реж. Р.Арыҫланов, тауыш реж. Н.Г.Дистанов, операторы Р.Р.Хәйруллин) һ.б. 1979 й. Я.Х.Хамматовтың романы б‑са 4 сериялы “Бөртөкләп йыйыла алтын” (сценарисы Хамматов, реж. Абдразаҡов) тәүге башҡорт Т.ф., 1988 й. Ғ.Ғ.Ибраһимовтың романы б‑са “Кинйә” (сценарисы Бейешев, реж. Абдразаҡов, операторы Р.Ғ. Биккенин), “Һарығолаҡ” (1990, 1995, сценарисы Р.Ғ.Өмөтбаев, реж. Ә.Ә. Нурмөхәмәтов, операторы Хәйруллин) һ.б. төшөрөлә. Шулай уҡ фильм-концерттар барлыҡҡа килә: “Урал моңдары” (“Напевы Урала”; 1982, сценарисы Һ.С.Сәйетов, реж. Абдразаҡов, операторы Биккенин), “Тыуған яҡ моңдары” (“Мелодии родного края”; 1988, сценарисы Ғ.Ғ.Шафиҡов, реж. И.Верещака) һ.б. 1990—2000 йй. Т.ф. жанр һәм тема б‑са төрлөлөгө күҙәтелә, “Һәҙиә” (“Хадия”; 1990, сценарисы Шафиҡов, реж. Р.Нуруллин, операторы В.В. Желябов), “Әкиәт илендәге ысынбарлыҡ” (“Быль в сказочной стране”; 1991, сценарисы Б.Н. Ураҙбаев, реж.-операторы Л.А.Мешков; Бөтә Рәсәй телефестивале дипломы, Дондағы Ростов ҡ., 1993), “Үҙ өйөңдәге бәләкәй байрамдар” (“Маленькие праздники в собственном доме”; 1997, сценарисы Вәлиева, реж. Л.В.Мамина, операторы Ф.Вәлиев), “Аҡбуҙат” (“Акбузат”; 1995, сценарисы Филиппов, реж. Р.Закирйәнов), “Өс йылға ҡушылған ерҙә” (“У слияния трёх рек”; 2002, сценарисы Г.Ф. Хәмиҙуллин, реж. А.Ш.Хужәхмәтов), “Ҡоралай” [2005, сценарисы Г.Ф.Ҡолһарина, реж. Р.Г.Фәтхиев, операторы У.М. Ғатауллин; “ТЭФИ‑Төбәк” (“ТЭФИ-Регион”) Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы лауреаты, Сочи ҡ., 2005], “Аҡбуҙат” (“Акбузат”; 2007, сценарисы Ғ.Ғ.Маҡаева, реж. Р.Р. Борһанетдинов, операторы И.А. Насретдинов) һ.б. фильмдар билдәлелек яулай. 1996 й. Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑тын тамамлаусылар тарафынан Салауат Юлаевтың һуңғы көндәре т‑да “Оран” (сценарисы Р.К. Ямалиев, реж. Хужәхмәтов, операторы Э.Р.Әхсәнов) документаль Т.ф. төшөрөлә. “Башҡортостан” ТРК фильмотекаһында 150‑нән ашыу Т.ф. һаҡлана (2009). 1990 й. алып Т.ф. “Башҡортостан” к/ ст төшөрөлә.

А.Ә.Вәлиева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018