АЭРОЗОЛДӘР, газ хәлендәге мөхиттә (һауала) таралған ваҡ ҡаты һәм шыйыҡ бөртөксәләрҙән торған дисперслы системалар. А. туҙан, төтөн, томан, смог инә. Бөртөксәләрҙең дәүмәле 100 мкм артмай; дәүмәле 1 мкм кәм булған бөртөксәләр айырыуса хәүефле, сөнки улар тын алғанда кешенең үпкәһенә, аҙаҡ ҡан системаһына үтеп инә. А. ултырыу тиҙлектәре бик түбән. Күп осраҡта төрлө бактерия,вирус, ағыулы металл (кадмий, кобальт,ҡурғаш, хром һ.б.) һәм радиоактив элементтар, органик берләшмәләрҙе (бензпирендар) һ.б. таратыусылар булып торалар. Донъя күләмендә атмосферала барлыҡҡа килгән А. 20%‑ҡа яҡыны антропоген сығышлы, айырым урындарҙа уларҙың күләме 50—60%‑ҡа етергә мөмкин. Башҡортостанда тәбиғи (ел тәьҫирендәге тупраҡ эрозияһы, янғындар, йыһан һәм үҫемлектәр туҙанының барлыҡҡа килеүе) һәм етештереү (ҡаты матдәләрҙе ваҡлау һәм онтау, шыйыҡлыҡтарҙы бөркөү һәм сәсрәтеү, парҙарҙың ҡуйырыуы һәм газ ҡатышмаларының үҙ‑ара химик тәьҫир итешеүе) процестарында барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер осраҡта урындағы тирәҡ мөхитте бысратыуға алып килеүсе антропоген А. барлыҡ эре ҡалаларҙа яғыулыҡ яндырыуҙан (ТЭЦ, автотранспорт), асыҡ ысул м-н файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙан (Күмертау, Сибай, Учалы ҡҡ.), мәғдән үртәүҙән (Белорет ҡ.), төрлө осоусан химик продукттарҙың атмосферала тупланыуынан (Мәләүез, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ.) барлыҡҡа килә. А. сәнәғәттең ҡайһы бер тармаҡтарында (лак‑буяу, парфюмерия һ.б.), мед. (аэрозольтерапия), ветеринарияла, үҫемлекселектә (үҫемлектәрҙе ағыулы химикаттар м-н эшкәртеү), көнкүрештә киң ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Антропоген ташландыҡтар, Кислоталы ямғырҙар.

В.П.Малинская

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке