ТЕЛ‑АРА БӘЙЛӘНЕШТӘР, терр. яҡынлыҡ, тарихи факторҙар, соц. шарттар (төрлө этник дөйөмлөквәкилдәре араһындағы интенсив коммуникатив бәйләнештәр) булышлығында ике йәки күберәк ҡәрҙәш йәки ҡәрҙәш булмаған телдәрҙең һыйышып йәшәүе һәм үҙ‑ара мөнәсәбәте. Т.‑а.б. контактологияның тикшереү объекты булып тора. Конвергенция (бер нисә телдә уларҙы структур‑типологик яҡынлыҡҡа килтергән оҡшаш билдәләрҙең барлыҡҡа килеүе) Т.‑а.б. һөҙөмтәһе булып тора, уның нигеҙендә тел союздары – телдәрҙең ареаль‑тарихи бәйләнештәре барлыҡҡа килә. Төрки телдәр (башҡорт теле, татар теле, сыуаш теле) һәм фин-уғыр телдәре (мари теле, удмурт теле) бәйләнеше һөҙөмтәһендә волга буйы (волга‑кама) телдәр союзы барлыҡҡа килгән, һуҙынҡылар редукцияһы; [а] фонемаһының иренләшеүе; 3‑сө зат берлектәге эйәлек аффиксының һәм төп килеш формаһының төшөм килеш урынына билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһы күрһәткестәре сифатында ҡулланылыуы; заман формаһы, сифат ҡылым, айырып күрһәткән киҫәксәләр системаһында типологик һәм семантик яҡынлыҡ; шарт һөйкәлеше яһалышындағы уртаҡлыҡ; тура телмәр төҙөлөшөнөң, айырымланған хәл ҡылымдарының ваҡыт эйәрсән һөйләмдәрҙә оҡшаш ысулдар м‑н бирелеүе һ.б. уның төп билдәләре булып тора.

Башҡорттарҙың Т.‑а.б. тарихы этник процестар м‑н бәйле; хәҙ. башҡ. телендә иран теле, монгол теле, урыҫ теленә хас булған фонетик, морфол., синтаксик һ.б. билдәләр бар. БР‑ҙа 50‑нән ашыу тел таралған (ҡара: Телдәрҙең ҡулланылыу шарттары); бигерәк тә төрки (башҡ.,татар,сыуаш һ.б.), фин‑уғыр (мари, удмурт, мордва телдәре һ.б.) телдәре һәм славян телдәре (урыҫ теле, белорус теле, украин теле һ.б.) араһында тығыҙ Т.‑а.б. күҙәтелә; был осраҡта ике тел м‑н әүҙем (ҡара: Билингвизм) йәки бер нисә телдә (ҡара: Күп теллелек) аралашыу, йә булмаһа сит телде аңламау күҙәтелә. Т.‑а.б. шарттарында үҙләштерелгән һүҙҙәр, ш. иҫ. терминология өлкәһендә; интерференция (ике теллелек шарттарында икенсе телдең туған тел һөҙөмтәһендә норманан һәм системанан ситләшеүе) һ.б. телдәрҙең бер‑береһенә тәьҫир итеү һөҙөмтәһе булып тора.

Башҡортостанда Т.‑а.б. арналған фундаменталь тикшеренеүҙәр Т.М.Ғарипов тарафынан башҡарыла, ул башҡ. һәм башҡа төрки телдәрҙең (башлыса ҡыпсаҡ телдәренең), славян, фин‑уғыр һ.б. телдәрҙең үҙ-ара йоғонто яһауҙарын һәм бер‑береһенә тәьҫир итеүҙәренең төп этаптарын күҙәтә. Ә.Ғ.Бейешев, Р.Ғ.Кузеев, А.П.Майоров, З.Ғ.Ураҡсин, Ғ.Х.Әхәтов һ.б. хеҙмәттәрендә контактология мәсьәләләренең башҡа фәндәр м‑н үҙ‑ара бәйләнеше яҡтыртыла (ареаль лингвистика, психология, социаль философия, социолингвистика, социология, этнография һ.б.). Башҡ.‑венгр Т.‑а.б. — Ғарипов, Ж.Ғ.Кейекбаев, Кузеев, В.Проле, М.Рясянен, Б.А.Серебренников һ.б.; төрки‑фин‑уғыр‑славян Т.‑а.б. З.П.Здобнова, Н.И.Иҫәнбаев, Г.Е.Корнилов, М.Х.Хәйруллина, Л.Л.Әйүпова һ.б. тикшеренеүҙәрендә сағылған. Семантик интерференцияның килеп сығыу үҙенсәлектәре К.З.Закирйәнов, Әйүпова һ.б. тарафынан өйрәнелгән. Башҡорт теленең диалекттары һәм улар м‑н бәйләнештәге телдәрҙең бер‑береһенә йоғонтоһо мәсьәләләре Н.Х.Ишбулатов, Н.Х.Мәҡсүтова, С.Ф.Миржанова һ.б. тарафынан ҡаралған. Этник үҙаң үҫешендә Т.‑а.б. роле Р.Ф.Ғәзизова, Ф.А.Нәҙершина, К.Н.Хәбибуллин һ.б. тарафынан өйрәнелгән. Волга буйы тел союзын айырып торған билдәләр Серебренников (фонетик һәм грамматик үҙенсәлектәр) һәм Р.Ғ.Әхмәтйәнов (лексиканы семантик һәм этимологик анализлау) тарафынан айырып күрһәтелгән, типологик характеристика А.Ғ.Шәйхулов тарафынан бирелгән.

Әҙәб.: Языковые контакты в Башкирии. Уфа, 1972; Вайнрайх У. Языковые контакты. Киев, 1979.

А.П.Майоров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов