ТЕКСТОЛОГИЯ (лат. textum — бәйләнеш, берләшмә һәм ...логия), яҙма ҡомартҡыларҙы, әҙәбиәт һәм фольклор әҫәрҙәрен өйрәнгән (артабан тикшереү, интерпретациялау һәм баҫтырыу өсөн уларҙың тарихын тергеҙеү, төп текстарын асыҡлау һәм тәнҡит күҙлегенән өйрәнеү) филология тармағы. Төп бурыстары: сығанаҡтарҙы (ҡулъяҙмалар, баҫмалар, тарихи дәлилдәр) өйрәнеү, уларҙың генеалогияһын аныҡлау һәм эшкәртмәләрен (редакциялар һәм варианттар) интерпретациялау, мөхәррирҙәр, цензура тарафынан ебәрелгән хаталарҙы билдәләү нигеҙендә тексты асыҡлау, йәғни диахроник һәм тәнҡит күҙлегенән уҡыу; тексты транслитерациялау (ҡара: Транскрипция). Мөһим ғәмәли ҡулланылышы — әҫәр тексын баҫтырып сығарыу: тексты һайлау, әҫәрҙәрҙе айырып алыу, уларҙы урынлаштырыу, белешмә аппаратын (өҫтәлмә мәҡәләләр, комментарийҙар, күрһәткестәр һ.б.) формалаштырыу. Ғилми һәм популяр баҫмалар айырыла. Ғилми баҫманың юғары тибы — академик баҫма текстың фәнни яҡтан билдәләнгән дөрөҫлөгө; составының тулылығы (редакцияларының һәм варианттарының тулы йыйылмаһын үҙ эсенә ала); сығанаҡтар т‑да мәғлүмәттәре, редакциялары, тексты һайлап алыу нигеҙҙәре, атрибуциялары, датировкалары булған һәм текстарҙы өйрәнеү һөҙөмтәләрен дөйөмләштергән фәнни комментарийҙар; фәнни эштә баҫманы файҙаланыуҙы уңайлы иткән фәнни-белешмә аппарат м‑н характерлана. Академик баҫмалар әҙәбиәт ғилеме, лингвистика, тарих һ.б. б‑са эҙләнеүҙәр өсөн, ш. уҡ текстарҙы күпләп яңынан баҫтырып сығарыуҙа эталон булараҡ ҡулланыла. Популяр баҫмалар фәнни яҡтан билдәләнгән текстарҙы яңынан баҫтыра, ләкин материалдың составын, урынлашыуын һәм орфографик режимын үҙгәртә; баҫманың аппаратында фәнни‑әҙерлек эше миним. кимәлдә сағыла, башлыса тарихи‑әҙәби һәм реаль комментарийҙар үҫеш ала. Т. төп методы — тексҡа филол. анализ яһау. Текстологик тикшеренеүҙәрҙең төп талаптары: тарихилыҡ; әҫәрҙең соц.‑тарихи хәлдәр, мәҙәни һәм тарихи‑әҙәби контекст м‑н бәйләнешен күҙәтеү; әҫәр тексының бөтә үҙгәрештәрен өйрәнеү; бер әҫәрҙең башҡа әҫәрҙәрҙә сағылышын эҙләү һ.б. Текстологияла комплекслы кибернетик, семиотик, ихтималлы-статистик, фотомеханик һ.б. ысулдар файҙаланырға мөмкин. Әҙәбиәт ғилеменең өлөшө булараҡ Т. тарих, әҙәбиәт теорияһы м‑н бәйле һәм был фәндәрҙең сығанаҡтарын өйрәнеү базаһын тәшкил итә. Ярҙамсы фән сифатында археография, библиография, герменевтика, кодикология, палеография, сығанаҡтар өйрәнеү, стилистика, тарихи поэтика ҡулланыла. Башҡорт Т. шартлы рәүештә фольклор, ҡулъяҙма һәм баҫма әҙәбиәт Т. бүленә. Т. б‑са тәүге тәжрибә 19 б. 1‑се ярт. ҡарай, был ваҡытта милли китап нәшер ителә башлай. 1824 й. шағир Ғ.Усман Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисса‑и Йософ” поэмаһының 10‑ға яҡын күсермәһен сағыштыра һәм йыйылма тексын баҫмаға әҙерләй (1839 й. Ҡазанда баҫылып сыға). 19 б. аҙ. — 20 б. башында Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы һ.б. шағирҙарҙың үлгәндән һуңғы әҫәрҙәре баҫтырыла. Башҡ. әҙәбиәте һәм фольклоры Т. 20 б. 20—30‑сы йй., башҡ. дәүләт китап нәшер итеү эше барлыҡҡа килеү осоронда әүҙем үҫеш ала. Яҙма ҡомартҡыларҙы йыйыу һәм баҫтырып сығарыу эше башлыса Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте тарафынан алып барыла. 60‑сы йй. башҡ. халҡының этногенезын, башҡ. әҙәбиәте тарихын өйрәнеү һәм фольклор мираҫын системалаштырыу м‑н бәйле эштәр яңынан башлана. Күп томлы “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтыҡтары, “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (6 томда, 1990—96) коллектив хеҙмәте, “Башҡорт әҙәбиәте: ХХ быуат башы” (2 китапта, 1983—84), “Башҡорт әҙәбиәте антологияһы” (2 томда, 1999—2007) текстологик эшмәкәрлектең һөҙөмтәләре булып тора. Р.М.Болғаҡов, И.Ҡ.Бүләков, Ә.Х.Вилданов, И.Ғ.Ғәләүетдинов, Н.Т.Зарипов, М.Х.Иҙелбаев, Р.Ғ. Кузеев, Ғ.С.Ҡунафин, М.Х. Нәҙерғолов, Ф.А.Нәҙершина, Ғ.Й. Рамаҙанов, Ә.М.Сөләймәнов, М.М.Сәғитов, Ә.И.Харисов, Ғ.Б.Хөсәйенов, Ш.Р. Шәкүрова, З.Я.Шәрипова һ.б. тырышлығы м‑н башҡ. шәжәрәләре, фольклор ҡомартҡылары, Ҡол Ғәли, Батырша, Салауат Юлаев, Аҡмулла, М.И.Өмөтбаев, Ғ.Соҡорой, С.С.Яҡшығолов, Инан Әбделҡадир, Ә.Ә.Вәлидов, М.Ғафури, М.А.Буранғолов, Ш.Бабич һ.б. әҫәрҙәре фәнни ҡулланылышҡа индерелә.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәтенең текстологияһы мәсьәләләре. Өфө, 1979; Археография и лингвистическая текстология Южного Урала. Уфа, 1977.

З.Я.Шәрипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов