ТАЮПОВА Ольга Ивановна (6.12. 1953, Златоуст ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006), проф. (2016). БДУ‑ны (1976), В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑ты эргәһендәге Юғары пед. сит тел уҡытыусылары курстарын (1981) тамамлаған. 1976 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) Бөрө пед. ин‑тында, 1989 й. — БДПИ‑ла уҡыта, 1996—98 йй. Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тында дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1994 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре немец телендәге һәм инглиз телендәге текст типологияһына, коммуникатив-прагматик варианттарға; сит телдәрҙе уҡытыу методикаһына арналған. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Введение в коммуникативно-прагматическую вариативность. Уфа, 2009; Медиалингвистика: проблемы и перспективы. Уфа, 2016; Медиатекст и медиадискурс. Уфа, 2017.

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018