ТАУ‑УРМАН ЗОНАҺЫ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр (көнсығыш өлөшөнән тыш) р‑ндары, Архангел, Ғафури, Ейәнсура, Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез р‑ндарының көнсығыш өлөшө, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил р‑ндарының көнбайыш өлөшө а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 1594,0, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр— 34,7, сабынлыҡтар— 79,4, көтөүлектәр— 34,3, урмандар— 1368,3 (1992). Башҡа ауыл хужалығы зоналары м‑н сағыштырғанда, Т.‑у.з. климат һалҡыныраҡ, ҡырауһыҙ осор — 85—95 көн. Актив т‑ралар суммаһы (уртаса тәүлек т‑раһы 10°С юғары булған осор эсендә) 1500—1800°С тәшкил итә, Г.Т.Селяниновтың гидротермик коэф. — 1,4—1,8 (көньяҡ өлөшөндә 1,0 тиклем). Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 400—700 мм, вегетация осоронда — 200—300 мм. Һалҡын тау климаты арҡаһында зонаның байтаҡ өлөшө а.х. культураларын үҫтереүгә яраҡһыҙ (ҡара: Тау игенселеге). Таутупрағы— һоро тау‑урман (48%) һәм органоген‑ҡырсынташлы примитив тупраҡтар (29%) өҫтөнлөк итә. Т.‑у.з. тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу б‑са төп саралар, органик һәм минераль ашламалар индереп, уны туҡландырыу элементтары м‑н байытыуға, юғары әселеген бөтөрөүгә (ҡара: Тупраҡҡа эзбиз индереү) йүнәлтелгән. А.х. производствоһының төп йүнәлеше — мал аҙығы етештереү һәм ит‑һөт һыйырсылығы.

Әҙәб.: Научно обоснованные системы земледелия по зонам Башкирской АССР. Уфа, 1990; Почвы Башкортостана. В 2 т. Уфа, 1995—1997.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова