ТАУ ТУПРАҒЫ, тауҙарҙа барлыҡҡа килгән тупраҡтарҙың геогр. төркөмө. Т.т. тигеҙлек тупрағынан ҡалынлығы (бигерәк тә текә битләүҙәрҙә), ҡырсынташтар булыуы, составында беренсел минералдарҙың күплеге, тупраҡ профиле м‑н айырылып тора. Тауҙарҙа тигеҙлектәрҙә формалашҡан барлыҡ генетик төрҙәге тупраҡтар осрай. Башҡортостанда Т.т. түбәндәге төрҙәргә бүленә: тау‑тундра, тау‑һаҙлыҡ, тау‑болон, кәҫле көлһыу тау, кәҫле тау‑урман, кәҫле‑карбонатлы тау, көрән тау‑урман, һоро тау-урман, ҡара тау, органоген‑ҡырсынташлы примитив тау тупраҡтары. Т.т. өсөн тупраҡ япмаһының сыбарлығы, яҡшы дренажланыу, составында запасы түбән (30—300 т/га) булғанда ла серетмәнең күп булыуы (7—12%) хас. БР‑ҙа Т.т. дөйөм майҙаны яҡынса 3,6 млн га тәшкил итә, ш. иҫ. (мең га) һөрөнтө ерҙәр — 87,0, сабынлыҡтар — 158,4, көтөүлектәр — 330,5, урмандар— 3005,0, башҡалар — 83,6 (1995). Тупраҡ япмаһында һоро тау‑урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Тау‑тундра тупрағы — Егәлгә, Ирәмәл, Ямантау баштарында, тау‑болон тупрағы — бейек тау бүлкәте сиктәрендәге субальп үҫемлектәр донъяһы аҫтында, ҡара тау тупрағы урман‑дала һәм дала бүлкәтендә таралған. Һоро тау‑урман тупрағы, ҡара тау тупрағы иген, мал аҙығы культураларын үҫтереү өсөн ҡулланыла. Тау райондарында тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу өсөн һыу эрозияһы м‑н көрәш саралары алып барыла.

Әҙәб.: М у к а т а н о в А.Х. Горно‑лесные почвы Башкирской АССР. М., 1982; Почвы Башкортостана. В 2 т. Уфа, 1995—1997.

Ә.Х.Моҡатанов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018