ТАУ ИГЕНСЕЛЕГЕ, таулы һәм тау буйындағы райондарҙа а.х. культураларын үҫтереү алымдары системаһы. Башҡортостандың тау‑урман зонаһында 90,1 мең га һөрөнтө ер урынлашҡан (2011). Т.и. үҙенсәлектәре: рельефтың бүлгеләнгәнлеге, төрлөлөгө, а.х. ерҙәренең көтөүлек дигрессияһына һәм тупраҡ эрозияһына дусар булыуы. Тау буйындағы райондарҙа иген культуралары, күп йыллыҡ үләндәр, картуф үҫтерелә. Һыу эрозияһы процестарын иҫкәртеүгә һәм кәметеүгә йүнәлтелгән агротехника ҡулланыла. Тәбиғи сабынлыҡтарҙы һәм көтөүлектәрҙе яҡшыртыу һәм рациональ файҙаланыу (ш. иҫ. мал көтөүҙе көйләү) б‑са саралар үткәрелә. Тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу һәм уны рациональ файҙаланыу өсөн күп йыллыҡ үләндәр (клевер, тимофеевка һ.б.) м‑н сәсеү әйләнеше ҡулланыла. 20 б. 2‑се ярт. алып Аграруниверситет, Биология институты ғалимдары һ.б. тарафынан тау‑урман зонаһында минераль ашламаларҙың а.х. культуралары уңдырышлылығына йоғонтоһо б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1969—70 йй. Белорет р‑нының “Заря” к‑зында көлһыуланған ҡара тупраҡта азотлы ашламалар индергәндә (1 га ергә 45‑әр кг тәьҫир итеүсе матдә) яҙғы бойҙайҙың уңдырышлылығы — 3,4 ц/га, азотлы ашламалар һәм фосфорлы ашламалар индергәндә 6,4 ц/га арта (Р.Г.Ихсанов һ.б.); 1984 й. хужалыҡта ҡалдыҡ‑карбонатлы ҡараһыу һоро тау-урман тупрағында үлән ҡатнашмаларын (ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә, болон бүтәгәһе, болон клеверы һәм күк гибридлы люцерна) үҫтергәндә азотлы, фосфорлы һәм калийлы ашламалар индергәндә (1 га ергә 60‑ар кг тәьҫир итеүсе матдә) бесәндең уңдырышлылығы 60 ц/га ашыу тәшкил итә (С.И.Йәнтүрин, Б.М.Миркин һ.б.).

Әҙәб.: Опыт анализа сукцессий в травосмесях. Уфа, 1987; Х а р и с о в М.К., Г у б а й д у л л и н Х.Г., К а з а ч у к В.И. Технология улучшения и использования склоновых кормовых угодий Башкирской АССР. Уфа, 1989; Почвы Башкортостана. В 2 т. Уфа, 1995—1997. Ә.Х.Моҡатанов,

М.Ҡ.Харисов

Тәрж. Г.А.Миһранова  

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.