ТАТАР ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең (ҡыпсаҡ төркөмө) береһе. Татарҙарҙың милли теле, Татарстандың дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Свердловск, Силәбе, Төмән, Ырымбур өлк., Пермь крайында, БР‑ҙа, Удмуртияла, Марий Эл Респ., Сыуашстанда, Коми Респ. һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, Урта Азия респ., Ҡаҙағстанда һ.б. ерҙәрҙә таралған. РФ‑та Т.т. һөйләшеүселәр һаны — 4 млн ашыу кеше; БР‑ҙа — 1 млн яҡын кеше (2010). Лексик һәм фонетик‑грамматик билдәләре б‑са башҡорт теленә яҡын. Болғар һәм ҡыпсаҡ ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Хәҙ. татар әҙәби теле 19 б. 2‑се ярт. формалаша башлай. Т.т. 3 диалекты айырыла: үҙәк (урта), көнбайыш (мишәр), көнсығыш (себер татарҙары диалекты). Төп фонетик үҙенсәлектәре: бер ижекле һүҙҙәрҙә һәм күп ижекле һүҙҙәрҙең тәүге ижектәрендә [а] һуҙынҡыһы иренләшә, әммә һуңғы ижектә был күренеш күҙәтелмәй: “балаларга” [ба°ла°ла°рга]; тәүге ижектәге [о], [ө] фонемалары дөйөм төрки телендәге [у], [ү] өндәренә, [у], [ү] фонемалары дөйөм төрки телендәге [о], [ө] (башҡ. телендәге кеүек үк) фонемаларына тура килә: татарса “кол” к[о]л — ҡаҙаҡса “қул” қ[у]л, “көн” к[ө]н — “күн” к[ү]н, “кул” к[у]л — “қол” қ[о]л, “күк” к[ү]к — “көк” к[ө]к. Лексикаһында дөйөм төрки һүҙҙәре м‑н бер рәттән ғәрәп теле, фарсы теле, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксисына һөйләм эсендә һүҙҙәрҙең билдәле тәртиптә килеүе, синтетик эйәрсән һөйләмдәр төрлөлөгө хас. 1927 й. тиклем яҙыу ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, һуңынан — латиницала, 1939 й. алып кириллицала башҡарыла. Алфавиты 39 хәрефтән тора. БР‑ҙа Т.т. б‑са белгестәрҙе БДУ‑ла, БДПУ‑ла әҙерләйҙәр. Т.т. уҡытыу респ. 234 мәктәбендә һәм 82 мәктәп филиалдарында алып барыла; тел 833 мәктәптә һәм 129 филиалда өйрәнелә. Респ. Т.т. “Ҡыҙыл таң”, “Өмет” гәз., “Тулпар” ж., ш. уҡ 28 административ район гәзиттәре сыға.

Әҙәб.: Б а с к а к о в  Н.А. Введение в изучение тюркских языков. М., 1969; Татар грамматикасы. 1-че т. М.; Казан, 1998.

А.Ғ.Шәйхулов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018