ТАРЫ (Panicum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 400‑ҙән ашыу төрө билдәле, башлыса Азияла, Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда ябай Т. үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 45—150 см. Япрағы ҡыяҡлы. Сәскәлеге — һепертке. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — бөртөксә, авг.—сент. өлгөрә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 5—10 г; ҡабыҡлылығы 15—25%. Орлоҡ составына 10—15% аҡһым, 59% углевод, 3,8% май һ.б. инә. Ябай Т. — яҙғы, йылы яратыусы, ҡоролоҡҡа, эҫегә сыҙамлы үҫемлек. Вегетация осоро 60— 120 тәүлек. Башлыса үҙенән‑үҙе һеркәләнә. Элгәрҙәре: аралыҡлы, ужым иген культуралары, күп йыллыҡ үләндәр ҡатламы һәм уның әйләнеше. Орлоҡто ябай рәт ысулы м‑н сәсеү нормаһы 3,0—3,5 млн дана/га (25—28 кг/га), киң рәт ысулы м‑н — 2,8—2,5 (15—17); сәсеү тәрәнлеге 3—4 см. Респ. 1940 й. Т. сәсеү майҙаны — 199 мең га, уңдырышлылығы 4,6 ц/га тәшкил иткән. Иң юғары уңдырышлылығы — 35,4 ц/га (Егерме икенсе партсъезд исемендәге колхоз, 1978). 2007 й. сәсеү майҙаны — 9 мең га, уңдырышлылыҡ — 20,8 ц/га. Ашарға яраҡлы үҫемлек (ярма, он етештерәләр), мал аҙығы үҫемлеге [йәшел массаһын, бесәнен, һаламын, орлоғон, ярма сәнәғәте ҡалдыҡтарын (ҡабыҡ, мучель) файҙаланалар]. Т. агротехникаһы, селекцияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1913—40 йй. Шишмә тәжрибә‑производство хужалығында (Г.Г.Ашкрумов, А.Н.Прохоров), 1943—46 йй. Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү ст. (А.С.Ракитина), 1950—80 йй. БАХИ‑ла (К.В.Лавров) үткәрелә. Т. үҫтереүҙең төп зоналары: көньяҡ урман‑дала зонаһы, Урал алды дала зонаһы һәм Урал аръяғы дала зонаһы. БР б‑са ҡулланылышҡа Т. Быстрое сорты индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Ярма культуралары.

Әҙәб.: Л а в р о в К.В., Ф и л и п п о в К.Д. Просо и гречиха. Уфа, 1982; И с м а г и л о в Р.Р., У р а з л и н М.Х., Г а й ф у л л и н Р.Р. Адаптивная технология возделывания полевых культур. Уфа, 2005.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.