ТАРАСОВ Евгений Михайлович (22.2. 1953, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Киҫтәнле‑Ивановка а.), инженер-электрик. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2005). Почётлы тимер юлсы (1993), т. юл транспортының иң яҡшы уйлап табыусыһы (2002). Куйбышев т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 1991 й. алып электротехника ф‑ты деканы, 1999 й. — фәнни эштәр б‑са проректор. 2008 й. башлап Һамар дәүләт һәм муниц. идара итеү акад. фән һәм инновациялар б‑са, 2014 й. — Һамар дәүләт тимер юлдар ун‑тында производство м‑н бәйләнеш б‑са проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре тотороҡһоҙ факторҙарҙың йоғонтоһо байтаҡ булған шарттарҙа поезд хәрәкәте м‑н интерваллап идара итеүҙең инвариант системалары торошон билдәләү ысулдарын уйлап табыуға арналған. Асыштары Куйбышев, Волга буйы һәм Көньяҡ‑Көнсығыш т. юлдарында индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Научные основы контроля и диагностирования тепловозных дизелей по параметрам рабочих процессов. Самара, 2001 (авторҙ.); Инвариантные системы контроля состояний рельсовых линий. Самара, 2002; Принципы распознавания в классификаторах состояний рельсовых линий. М., 2004.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018